-2 °С
Болотло
Сәләмәтлек банкаһын әҙерләп алайыҡ!
Көҙгә аяҡ баҫҡанда ауырыуҙарға бирешмәҫ өсөн, «сәләмәтлек банкаһы»н әҙерләп ҡуйһағыҙ, файҙаһын күрмәй ҡалмаҫһығыҙ. Анһат ҡына яһала, тәмле һәм файҙалы ла.
Кәрәк: 400 г бал, 3 лимон, 250 г самаһы имбир.
Ҡабығы әрселгән имбир менән орлоғо алынған лимонды ит турағыс аша йәки блендерҙа үткәрергә. Шунан бал һалып оҙаҡ итеп болғатырға. Көнөнә 1–2 сәй ҡалағы ҡулланырға.
Сығанаҡ: vk.com/club214701282
Фото: fitnessi.ru