Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Август 2023, 16:00

Ҡараһы ла, ҡыҙылы ла файҙалы

Саҡ ҡына ҡырауға эләкһә, тәме тәмләнә.   Ҡара мышар, йәки миләш Европаға 19-сы быуаттың аҙағында килтерелгән һәм уның бөтә өлөшөндә лә нығынып киткән.

Ҡараһы ла, ҡыҙылы ла файҙалы
Ҡараһы ла, ҡыҙылы ла файҙалы

Тыуған континентында уның файҙалы үҙенсәлектәре тураһында яҡшы белгәндәр, күберәк тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар. Ә европалар уны тәүҙә матурлыҡ өсөн үҫтергән, тик 20-се быуат урталарында ғына, төрлө тикшереүҙәр үткәрелгәндән һуң, ҡара мышарҙың күп сирҙәрҙән килешеүен асыҡлағандар.

Анығыраҡ әйткәндә, ҡара мышар Р, С, РР, Е, В төркөмө витаминдарына, каротин, бор, тимер, марганец, баҡыр кеүек микроэлементтарға бай. Уның составындағы фруктоза, лактоза организмда еңел үҙләштерелә, шуның өсөн шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә файҙалы.

Көнөнә ике-өстө ашаһаң да, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртырға, ҡан баҫымын көйләргә, иммун системаһын нығытырға булышлыҡ итә. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға, хәлһеҙләнгәндәргә шифа бирә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген яҡшырта, атеросклерозды, ревматизмды дауалай, әселекте кәметә, дизентерия таяҡсаһын һәм алтынһыу стафилококк үҫешен тотҡарлай. Емешендәге пектин организмдағы ағыулы һәм радиоактив матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.

Шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу һәләте бар, йыуан эсәктең эшен нормаға һала. Ҡара мышарҙың составында йод күп, шуға уны боғаҙ биҙе менән сирләгәндәргә ҡулланыу кәңәш ителә. Япрағын сәй итеп эсеп, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген көйләргә мөмкин. Емештең ҡабығында ҡан тамырҙарын нығыта торған файҙалы матдәләр тупланған.

Электән үҙебеҙҙең урмандарҙа үҫкән ҡыҙыл миләш тә шундай уҡ файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Ул йөрәк-ҡан тамыры һәм бөйөр сирҙәренән килешә, холестеринды кәметеүгә булыша, хәлһеҙләнгәндәргә көс-ҡеүәт бирә, матдәләр алмашыныуын яйға һала. Бөйөрҙәге ташты сығарыу, бәүел ҡыуҙырыу өсөн яҡшы сара.

Бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бөйөрҙә таш булғанда, 400 грамм ҡыҙыл мышарҙы иҙеп, ике литр ҡайнар һыу, әҙерәк шәкәр һалып, дүрт сәғәткә ҡуйып торалар. Аҙаҡ болғатып, һөҙөп алғас, ул ҡулланыуға әҙер.

Аҙ ҡанлылыҡтан ике аш ҡалағы ҡыҙыл мышарҙы ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтергә кәрәк. Тәғәйен ваҡыт үткәс, һөҙөп алып, көнөнә өс-дүрт тапҡыр әҙ-әҙләп эсергә мөмкин. Холециститтан яфаланғандарға ла файҙаһы тейә.

Авитаминоз булғанда, ике балғалаҡ мышарҙы ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтергә кәрәк. Шифалы эсемлекте көнөнә өс-дүрткә бүлеп эсергә була.

Мышарҙың ярамаған осраҡтары ла бар. Уның составында органик кислоталар булыу сәбәпле, гастрит, ашҡаҙан сирлеләргә, ҡан баҫымы түбән һәм уның ойошоусанлығы юғары булғандарға һаҡлыҡ менән, самалап ҡулланырға кәрәк.

Миләште сентябрь урталарында-аҙаҡтарында йыялар. Оҙайлы ҡыш алдынан организмды файҙалы микроэлементтар менән туйындырып ҡалыу өсөн был ваҡыт бик ҡулай. Ҡышҡылыҡҡа емештәрен киптереп тә, туңдырып та һаҡларға мөмкин, ике осраҡта ла ул файҙалы сифаттарын юғалтмай.

Фото:aif.by

Автор:Карима Усманова
 
Автор: