Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Август 2023, 15:00

Календуланы йыйып өлгөр!

Күптәр уны пәйғәмбәр тырнағы тип тә йөрөтә    

Календуланы йыйып өлгөр!
Календуланы йыйып өлгөр!

Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алып ултырған календула (пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһе ифрат файҙалы икәнлеген күптәр белмәйҙер ҙә әле. Уның сәскәләрен тиҙ арала йыйып алығыҙ һәм киптерегеҙ. Календула нервыларҙы тынысландыра, йөрәк эшмәкәрлеген көсәйтә, бәүелде ҡыуа, ҡанды таҙарта. Бауыр, ашҡаҙан сирҙәрен дауалауҙа кәңәш ителә. Яман шеш осрағында тигеҙ өлөштәрҙә алынған календула ( пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһе менән меңъяпраҡ үләне төнәтмәһе ярҙам итә.
Ик балғалаҡ  календула (пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһенә 400 миллиграмм ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоталар. Һөҙәләр. Был шифа бауыр, ашҡаҙандың асыҡ яраһы, гастрит, рахит һәм тире ауырыуҙарында тәҡдим ителә. Дауаны көнөнә 4 тапҡыр 100-әр миллиграмм эсергә.
Мин уны тамаҡ шешкәндә файҙаланам, файҙаһы ҙур. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото:tsvetem.ru

Автор:Карима Усманова
 
Автор: