Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Июнь 2023, 16:30

Кәзә ҡымыҙы рецебы

Хәйбулла районының Перволачан ауылында йәшәүсе Раушания Такаева интернет селтәрендә кәзә һөтөнән ҡымыҙ эшләү рецебы менән бүлешкән...

Кәзә ҡымыҙы рецебы
Кәзә ҡымыҙы рецебы

Хәйбулла районының Перволачан ауылында йәшәүсе Раушания Такаева интернет селтәрендә кәзә һөтөнән ҡымыҙ эшләү рецебы менән бүлешкән:

"Ҡымыҙ – боронғо күсмә халыҡтар уйлап сығарған эсемлек.

Ҡымыҙ өй шарттарында кәзә һәм бейә һөтөнән әҙерләнә. Эҫе йәйҙә һыуһынды ҡандырыу өсөн ҡымыҙ бик шәп эсемлек. Һеҙгә уның рецебын тәҡдим итәм:

1 стакан ҡайнап йылымысланған һыу,

5 грамм сей әсетке,

1 литр кәзә һөтө,

3 ҡалаҡ ҡатыҡ (кефир),

3 миллилитр һауыт менән шәкәр ҡомо.

Барыһын да ҡушып һауыттарға ҡойоп (һауытты тултырмайһың, тултырһаң әсегәндә ташып түгелә), йылы урында тоттом. Көнөнә өс тапҡыр болғатып торор кәрәк. Бик туҡлыҡлы, тәмле, файҙалы ҡымыҙ килеп сыға.

-Болғап тормаһаң әсемәй. Әсегән ҡымыҙҙан икенсе юлы әсетергә әҙерәк һыуытҡысҡа алып ҡалыр кәрәк. Ныҡ әсеһә, күбекләнеп майға әйләнә", – ти Раушания апай.

Сығанаҡ: vk.com/public137362606

Фото: видеонан скриншот

Автор: