Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Июнь 2023, 16:00

Ябығыу өсөн кефир коктелдәре

Файҙаһы теймәй ҡалмаҫ

Ябығыу өсөн кефир коктелдәре
Ябығыу өсөн кефир коктелдәре

АЛМА МЕНӘН

Аппетитты кәметә һәм иртәнге йәки киске ашты алмаштыра. 5 уртаса ҙурлыҡтағы алманы ҡайырыһыҙ турағыста ваҡлайбыҙ. 300 мл ҡуйы булмаған кефир менән бутайбыҙ (блендерҙа йәки миксерҙа туҡып алабыҙ). Тәмләткестәр өҫтәп, тағы бер тапҡыр бутайбыҙ.

БАЛ МЕНӘН

Бер ҡалаҡ имбирҙы һәм балды 2 ҡалаҡ ҡайнар һыу менән бутағыҙ. Корица һәм лимон киҫәге өҫтәгеҙ. Ҡатнашманы 200 мл кефир менән болғатығыҙ.

 

ТӘМЛӘТКЕСТӘР МЕНӘН

Имбирь, корица һәм бысаҡ осонда ҡыҙыл борос 2 аш ҡалағы һыу менән бутарға һәм 200 мл кефирға болғатырға.

 

МАЙ ЯНДЫРЫУСЫ

Был эсемлекте 10 көн буйына иртән ас килеш һәм кис эсәбеҙ. Йәшелсә ашағыҙ һәм күп шыйыҡса (һыу, йәшел сәй) эсегеҙ. Кефир һалынған стаканға ваҡланған петрушка һәм корица һибегеҙ. Бер сәғәттән ашыу ултыртып ҡуйғандан һуң эсегеҙ.

 

КЕФИРЛЫ КОКТЕЙЛЬ

200 г һырғанаҡ еләге (облепиха)

250 мл кефир

1 - 1,5 аш ҡалағы йүкә балы

Блендерҙа һырғанаҡ еләген бутағыҙ, бал өҫтәгеҙ һәм болғатығыҙ. Кефирға ҡушығыҙ.

Сығанаҡ: vk.com/letbefit

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Источник: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-05-30/yaby-yu-s-n-kefir-kokteld-re-3280448 

Автор: