Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Май 2023, 12:45

Йорт ҡоштарын һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа йорт ҡоштары аҫрау өсөн уңайлы миҙгел башланды. Бер тәүлек булған һәм үҫеп еткән йәш йорт ҡоштарына һорау артыуы күҙәтелә.

Йорт ҡоштарын һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә
Йорт ҡоштарын һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә

Ошоға бәйле Мәсетле районы ветеринария станцияһы етәксеһе Миләүшә Хамматова бәпкәне нисек дөрөҫ һайларға кәңәштәр бирҙе.
Һатып алғанда һатыусынан “Меркурий” дәүләт системаһында рәсмиләштерелгән 1-се формалы ветеринария таныҡлығын һорарға кәрәк. Унда ҡош тураһында мотлаҡ мәғлүмәт, атап әйткәндә, төрө, тоҡомо йәиһә кросс, иҫәбе, йәше, күсереп йөрөтөү маршруты, сығарыусыһы, ҡуйылған вакцина һәм үткәрелгән ветеринар саралар, сығарылған урынының эпидемиологик именлеге күрһәтелә.
Әгәр һеҙ тауыҡтарҙы йәйге осорҙа ғына аҫрау өсөн һатып алырға йыйынаһығыҙ икән, биш айлыҡ йәш ҡоштарҙы һайларға кәрәк. Үрсетеү өсөн тоҡомло тауыҡтар иң ҡулайлыһы буласаҡ, уларҙың себештәрен шәхси хужалыҡтарҙан һатып алырға була.
Яңы урынға күсеү – тауыҡ өсөн һәр ваҡыт стресс. Шулай уҡ стресҡа уның өсөн ғәҙәти булмаған туҡланыу төрө сәбәпсе булыуы ихтимал. Шуға күрә һатыусынан уларҙы нисек ашатыуы хаҡында һорашығыҙ. Икенсе аҙыҡҡа күсеү яйлап башҡарылырға тейеш. Тауыҡтарҙы һатып алғандан һуң уларға составына витамин һәм аминокислоталар ингән махсус иретмә бирергә кәрәк. Бындай әйберҙәрҙе ветеринария дарыуханаһынан һатып алырға мөмкин.
Йорт ҡоштарын һатып алғанда түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк:
  иң яҡшыһы – яңы мөхит, яңы хужаға тиҙ өйрәнеп китеү өсөн йомортҡа һала башламаған йәш тауыҡтар һатып алыу;
  ҡош-ҡорттоң дөйөм торошона иғтибар итегеҙ. Тауыҡ әүҙем, ҡаурыйҙары йылҡылдап торорға, эс китеү, хәлһеҙлек, аяғы ҡутырлау кеүек ауырыу билдәләре булмаҫҡа тейеш;
  тауыҡтың мускулы яҡшы тонуста, ҡауырһыны ялтыр һәм шыма, шулай уҡ кикерек һәм тәпәй тиреһе сағыу, сәләмәт булырға тейеш;
  тауыҡтарҙы ышаныслы, уның ҡайҙан алыныуын раҫлай һәм сифатын гарантиялай алған һатыусыларҙан ғына алығыҙ;
  һеҙҙең аҫрау шарттарына тура килгән тауыҡ тоҡомон һайлағыҙ. Ҡайһы бер тоҡомдар һыуыҡҡа, ә икенселәре эҫегә бирешмәй, ҡайһы берҙәре башҡаларға ҡарағанда йомортҡаны күберәк һала;
  әгәр бер нисә тауыҡ һатып алһағыҙ, төркөмдә балансты боҙмаҫ өсөн, уларҙың йәше һәм һаулығы бер булыуына инанығыҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.

Фото

Автор: