Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Апрель 2023, 16:00

Лимон ҡан тамырҙарын таҙарта

Уны ҡәҙимге ҡайнатма урынына сәй эскәндә ҡулланырға мөмкин.     

Лимон ҡан тамырҙарын таҙарта
Лимон ҡан тамырҙарын таҙарта

Бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәр артҡандан-арта бара. Ә бит ябай ғына рецепттар ҡулланыу ҙа уларҙы иҫкәртеүҙә яҡшы һөҙөмтә бирә ала.

Һеҙҙең иғтибарға лимон ҡушып эшләнгән ябай ғына рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

1 сәй ҡалағы лимон һутына 1 сәй ҡалағы бал һәм шунса уҡ көнбағыш майы ҡушып, болғағыҙ ҙа иртәнсәк ас ҡыраныға эсегеҙ. 10 көн дауамында эскәндән һуң ял итегеҙ. Был рецепт ҡан тамырҙарының һығылмалылығын арттырырға булышлыҡ итер.

Бер сәй ҡалағы балға ярты лимондың һутын һығып,3/4 стакан ҡайнап йылымысҡа ҡалған һыу өҫтәп, болғағыҙ. Йоҡо алдынан 10 көн эсергә кәңәш ителә

Әгәр көн һайын был рецепттарҙы эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит турағыс аша үткәреп, 2 аш ҡалағы бал өҫтәп, яҡшылап болғағыҙ. Быяла һауытҡа һалып, бер көн бүлмә температураһында тотҡандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ҡәҙимге ҡайнатма урынына сәй эскәндә ҡулланығыҙ.

Әгәр лимонға йәки балға аллергия булмаһа, был рецепттарҙың башҡа осраҡтар өсөн иҫкәрмәһе юҡ. 

Фото: Pinterest.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор: