Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Февраль 2023, 14:35

Нимә, ҡасан һәм нисек

Февраль – баҡса миҙгеленең башы, анығыраҡ әйткәндә, тәҙрә төптәрендә йәшелсә һәм сәскәләр ултырта башларға ваҡыт. Йәшелсәнән яҡшы уңыш алыу, иң матур сәскәләр үҫтереү өсөн, айырым ҡағиҙәләрҙе үтәп һәм ҡайһы бер серҙәрҙе ҡулланып, орлоҡтарҙы дөрөҫ сәсеү мөһим.

Нимә, ҡасан һәм нисек
Нимә, ҡасан һәм нисек

Үрсетмәне февраль башында йәиһә аҙағында үҫтерә башлайҙар. Үҫентеләр был арала яҙғы йылы көндәргә үҫеп етәсәк һәм һеҙ, әҙер үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртып, иртәрәк уңыш аласаҡһығыҙ. Февралдә нимә сәсергә һәм быны нисек дөрөҫ эшләргә?
Барлыҡ сәскә һәм йәшелсәләрҙе иртә сәсеү талап ителмәй, ә бары тик вегетация (үҫеш) осоро оҙайлы булғандарын ғына. Был хаҡта беҙ тәжрибәле баҡсасы Резеда Ершова менән һөйләштек.
– Ғинуарҙан мартҡа тиклем күп йыллыҡ сәскәләр (люпин, дельфиниум, виола) сәсергә мөмкин. Февралдә йәйгеләрҙең ҡайһы бер төрҙәрен – эустома, лобелия, сальвия, цинерария, бегония, пеларгония сәсергә була, петуния өсөн, әлбиттә, иртә әле, әммә ялғап үҫтереү өсөн булһа, хәҙер яҡшыраҡ. Мин үҙем йылытылған теплицаға ҡайһы бер сәскә орлоҡтарын – астра, георгин, бархатцы һәм циниялар ултырттым да инде.
Сәскә орлоҡтарын шытҡандан һуң күсереп тормаҫ өсөн һәр орлоҡто һауытҡа айырым сәсәм, әммә бер һауытҡа орлоҡто күберәк сәсәм. Күп йыллыҡ сәскәләр өсөн ҙурыраҡ көршәктәр йәки башҡа һауыттар һайлағыҙ. Һуңынан ул баҡсаға балсығы менән күсерелә. Сәскә атҡан үҫемлектәр ошондай ысул менән ултыртҡанды ярата. Шул саҡта улар тиҙерәк үҫә, иртәрәк һәм мул сәскә ата, һирәк ауырый. Сәскәләр шытымы сығыу менән, уларҙы шунда уҡ һалҡыныраҡ урынға күсереп ҡуйырға һәм һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк, юғиһә үрсетмәнең тиҙ күтәрелеүе ихтимал.
Шулай уҡ бөтә йәшелсәләр ҙә бер төрлө түгел икәнен яҡшы белергә кәрәк. Уларҙың яртыһы тиерлек үрсетмә аша үҫтерелә. Ғәҙәттә – ул йылы яратыусы йәшелсәләр. Беҙҙең ҡыҫҡа йәй шарттарында тупраҡҡа туранан-тура сәскәндә уңыш биреп өлгөрмәй. Ниндәй йәшелсәр улар?
Татлы борос февралдең һуңғы декадаһында сәселә. Үҫемлектең вегетация осоро яй һәм шытып сыҡҡандан һуң яҡынса 50-65 көн тәшкил итә. Емешен алдан әҙерләргә: үҫеш стимуляторы иретмәһен алып, бүрткәнсе тоторға. Әгәр быны эшләмәһәң, тәүге шытымдар 10 көндән барлыҡҡа киләсәк. Был шытып сығыу өсөн ярайһы уҡ оҙайлы осор. Иретмәнән һуң бүрткән емеште бер аҙ киптерәләр һәм тупраҡҡа һалалар. Ултыртыу өсөн айырым һауыттар: ҡатырға йәиһә пластик контейнерҙар алырға кәрәк. Һәр һауытҡа берәр пар орлоҡ һалырға. Шытҡандан һуң көслө үҫентене ҡалдырып, көсһөҙөн алып ташлағыҙ.
Баклажанды февралдең һуңғы аҙнаһында сәсергә кәрәк. Әгәр быны иртәрәк эшләһәң, үҫемлектең һабағы оҙон һәм көсһөҙ буласаҡ. Үҫентеләрҙе борос кеүек үҫтерәләр. Май уртаһынан да ҡалдырмай теплицаға күсерергә кәңәш ителә, юғиһә ҙурайып китәсәк.
Был миҙгелдә помидор үҫентеһенә ултыртыу өсөн вегетация осоро яҡынса 100 көн һәм унан күберәк тәшкил иткән һуң өлгөрөүсе культуралар һайлана. Бындайҙарҙы яҡшы шытым барлыҡҡа килгәндән һуң бер нисә ай үткәс кенә теплицаға күсерергә мөмкин. Шуға күрә, февралдә культураны ултыртҡанда, урта һыҙатта май башында теплицаға күсереп ултыртырға мөмкин буласаҡ, ә көньяҡ төбәктәрҙә – асыҡ тупраҡта.
Уларҙы ҡыш аҙағында сәсергә кәрәк. Үрсетмә өсөн магазиндан һатып алынған тупраҡты файҙаланыу яҡшыраҡ. Бындай тупраҡта зарарлы микроорганизмдар булырға тейеш түгел. Ауырыу тыуҙырыусы бөтә өлөшсәләрҙе үлтерер өсөн электр мейесендә 10 минут дауамында ҡыҙҙырып алырға була. Артабан әҙер контейнерҙарҙы ер менән тултырырға. Уны алдан дымландырыу мөһим. Унда яҡынса 1 см тәрәнлектә бураҙна яһағыҙ. Бер-береһенән 1-2 сантиметр алыҫлыҡта емеш һалығыҙ. Бураҙналар араһында 4 сантиметр алыҫлыҡ ҡалдырығыҙ. Артабан орлоҡто өҫтән аҙ ғына ер менән ҡапларға кәрәк. Контейнерҙарҙа парник һөҙөмтәһе булдырыу өсөн пленка менән ябырға. Эстә дымлылыҡ юғары булырға тейеш. Тупраҡты көн һайын тикшерергә. Әгәр ул кибә икән, уға һыу һибергә. Ғәҙәттә, үҫентеләр ултыртҡандан һуң бер аҙна үткәс күренә башлай.
Сельдерей бер йыллыҡ та, күп йыллыҡ та була. Уны февралдә ултыртырға мөмкин, сөнки башланғыс этапта ул ярайһы уҡ оҙаҡ үҫә. Вегетация осоро яҡынса 2 ай тәшкил итә, ә тәүге үҫентеләр барлыҡҡа килеүгә яҡынса 3 аҙна китә. Емеше тиҙерәк сыҡһын өсөн уларҙы ярты сәғәткә эҫе һыуға һалырға, һуңынан үҫеү стимуляторы һибеп сәсергә мөмкин. Эшкәрткәндән һуң уларҙы тупраҡҡа күсерергә була. Һауытҡа бер юлы ике емеш һалырға, ә шытҡандан һуң береһен алырға кәрәк.
Башлы һуғандың төрлө сорттары бар, әгәр иртә уңыш алырға теләһәгеҙ, ҡыш ултырта торғанын алырға кәрәк. Һуған орлоғон ай уртаһында тупраҡҡа күмәләр. Ул оҙаҡ шыта, нығынып бөтмәгән шытымдары көсһөҙ тойолорға мөмкин. Әммә үҫентеләр ике ай дауамында контейнерҙа ултырғансы ярайһы уҡ нығый. Культура һыуыҡтан ҡурҡмай, шуға уны төнөн температура +10 градус тирәһе булғанда түтәлгә күсерергә мөмкин. Өҫтәүенә үҫентеләр оҙаҡҡа һуҙылмаған ҡырауҙы кисерә ала.
Башлы һуғандан тыш, ялпаҡ һуған да ултыртырға мөмкин. Ул да яй сыға һәм оҙайлы вегетация осоро менән айырылып тора.
Салат, шпинат, укроп, петрушка ултыртырға була. Шулай уҡ үрсетмә ысулы менән йәшелсә генә түгел, емеш-еләк культураларын, атап әйткәндә ер еләге, ҡайын еләге үҫтерергә мөмкин.
Сәскәләр һәм йәшелсәләр үрсетмәһенә еңелсә марганцовка иретмәһе һибәм. Шытҡан үҫентеләргә уны ҡойоп, үрсетмәләрҙе ауырыуҙарҙан һаҡларға мөмкин, – тип уртаҡлаша серҙәре менән Резеда Ершова.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор: