Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабрь 2022, 16:30

Шаурманы өйҙә эшләйек

Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Ә тәмлелеге!..

Шаурманы өйҙә эшләйек
Шаурманы өйҙә эшләйек

Бының өсөн ике ләүәш, 200 грамм тауыҡ ите, 100 грамм пекин кәбеҫтәһе, өс маринадланған ҡыяр, бер помидор, бер кишер, ике аш ҡалағы кетчуп, ике аш ҡалағы майонез, бер сәй ҡалағы гәрсис, ҡара борос кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә тауыҡты майҙа ҡыҙҙырып, ваҡ итеп турайбыҙ. Ҡыярҙы - пластина, кәбеҫтәне һалам формаһында, помидорҙы түңәрәк итеп турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.

Артабан соус өсөн кетчупҡа майонезды, гәрсисте, боросто ҡушып бергә бутайбыҙ. Шунан барыһын ләүәшкә һалабыҙ - кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, кишер, тауыҡ итен, күберәк итеп соус өҫтәйбеҙ. Ләүәште тығыҙ итеп рулет формаһында урайбыҙ ҙа ҡоро табала ҡыҙҙырабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: dzen.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Автор: