Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноябрь 2022, 16:00

Зыянһыҙ таҙартыу саралары

Һуңғы йылдарҙа тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына иғтибар арта. Үҙендә экологик яуаплылыҡ тойоп, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыусылар, макулатура тапшырыусылар, пластикты, терегөмөшлө лампочкаларҙы, батарейкаларҙы махсус сүп һауытына һалыусылар, ағас ултыртыусылар, әлбиттә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Кейем-һалымды киренән эшкәртелгән туҡыманан тегеүселәр ҙә арта бара. Хатта клининг компаниялары ла «экойыйыштырыу» тәҡдим итә.  

Зыянһыҙ таҙартыу саралары
Зыянһыҙ таҙартыу саралары

Төрлө ПАВ, ароматизаторҙар, буяуҙар, консерваторҙар менән тулы көнкүреш химияһын даими ҡулланыуҙың зыянлы булыуы хаҡында күп ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ. Ағыулы матдәләр үпкәгә ултыра, тирегә насар тәьҫир итә, аллергия тыуҙыра. Бөгөнгө тормош ысынбарлығында уларҙан тулыһынса ҡотолоуҙы күҙ алдына килтереп тә булмай. Шулай ҙа һәр хужабикә үҙ йортондағы мөхитте тыуҙыра икәнен онотмайыҡ.
Әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡулланған ябай ғына әйберҙәр һәр аш бүлмәһендә бар. Улар хәүефһеҙ, шул уҡ ваҡытта таҙалыҡ тотоу өсөн бик шәп ярҙамсы ла. Өҫтәп арзаныраҡҡа төшкәнен дә билдәләп үтергә кәрәктер.

 

Ваннала

  • Тутыҡ таптарын, һарғайған, эзбиз ултырған урындарҙы шулай таҙартып була. Өс ҡалаҡ теш пастаһына өс ҡалаҡ водород перекисы һалып яҡшылап бутайҙар. Тапҡа яғалар ҙа 10 – 15 минут тоталар. Шунан йыуып алалар.
  • Тағы бер ысул: тутыҡҡан урын ҡапланғансы тоҙ һибәләр, шунан өҫтөнә лимондың һутын һығалар. Ошолай бер нисә сәғәткә йә төнгөлөккә ҡалдыралар, шунан йыуалар.
  • Аш содаһына аш һеркәһе ҡушып, ҡуйы шыйыҡса яһайҙар. Был пастаны яғып, көнө буйы тоталар ҙа йыуып алалар.
  • Крандың ҡайһы бер өлөштәренә, эзбиз айырыуса ныҡ ултырған урындарына аш һеркәһендә сылатылған сепрәкте урап, 5 – 15 минут (кәрәк булһа, оҙағыраҡ та) тоталар.
  • Ярты литр һыуҙа 100 грамм лимон кислотаһын иретәләр ҙә пульверизаторлы һауытҡа һалып һиптерәләр. Ванна, раковина, стеналағы плитка ялтырап ҡала. Ошо уҡ шыйыҡсаны душ каби­наһын, кер машинаһының онтаҡ һала торған ерен, кранды, унитазды йыуғанда ла ҡулланырға мөмкин.
  • Кер йыуыу машинаһының эсенә лә юшҡын ултыра. Таҙартыр өсөн бер нисә стакан аш һеркәһе һалып, буш килеш иң эҫе режимда әйләндерергә кәрәк.

Һауыт-һаба йыуыу өсөн ошондай гель эшләргә мөмкин
  25 грамм кер һабынын ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә 2 стакан йылы һыу һалып иретәбеҙ. Һыуынғас, 4 ҡалаҡ глицерин, 1 ҡалаҡ спирт һалабыҙ.
  Тағы бер ысул. 2 өлөш гәрсис онтағы, 1,5 өлөш аш содаһы, 1 өлөш лимон кислотаһы, 1-1,5 өлөш ҡайнаған һыуҙы һалып яҡшылап болғаталар ҙа ҡулланалар.

 

Аш-һыу бүлмәһендә

  • Аш содаһы фарфорҙы, фаянсты, быяланы, тимерҙе, көмөштө, эмалде йыуыр өсөн дә ҡулланыла. Бары тефлон яғылған һауыттар өсөн кәңәш ителмәй.
  • Онталған гәрсис майҙы яҡшы бөтөрә. Бының өсөн сынаяҡ-тәрилкәләрҙе, таба-кәстрүлдәрҙе тәүҙә ебетәләр, шунан гәрсис менән ышҡып йыуалар һәм сайҡаталар.
  • Пластик контейнерҙар үҙенә төрлө еҫте һеңдереп бара. Ҡоро гәрсис һалып бер ни тиклем тотҡас, ғәҙәттәгесә йыуһағыҙ, насар еҫ ҡалмаҫ.
  • Соданы, онталған гәрсисте тәмләткестәр һаҡлай торған тишекле һауытҡа һалып тотоноу уңайлы.
  • Плитәләге бысраҡты зәйтүн майында мансылған сепрәк менән бөтөрәләр. Аҙаҡ май эҙен аш һеркәһе менән һөртәләр.
  • Лимон раковинаны ла таҙарта, еҫте бөтөрөргә ярҙам итә.
  • Һыуытҡыстың кәштәләренә ҡағыҙ салфеткалар йәйһәгеҙ, эшегеҙ бермә-бер еңелләшер. Кәштәләрҙе ураған һайын йыуыу урынына ваҡыты-ваҡыты менән салфеткаларҙы алмаштырып тороу ҙа етә.
  • Сәйнүкте юшҡындан таҙартыуы еңел генә: бер нисә ҡалаҡ лимон кислотаһы ҡушып ҡайнатып алыу етә. Аҙаҡтан яҡшылап сайҡатып, бер тапҡыр һыу ҡайнатып түгеү кәрәк була.
  • Был осраҡта аш һеркәһе лә ярҙамға әҙер. Яртылаш һыу ҡайнатып, тултырғансы тиерлек аш һеркәһе өҫтәйҙәр ҙә бер нисә сәғәт ултыртып торалар. Артабан шулай уҡ сайҡатып, бер тапҡыр һыу ҡайнатып түгәләр.

Мөһим кәңәштәр
  100 грамм кер йәки балалар һабынын ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә 75 грамм сода ҡушып бутайбыҙ. Бер нисә тамсы эфир майы өҫтәйбеҙ, ҡайнар һыу ҡойоп туғыйбыҙ. Был шыйыҡса менән бөтә ерҙе лә йыуырға була.
 Кейем шкафына «ароматизатор». Цитрус емешен (әфлисун, грейпфрут, мандарин) уртаға бүлеп, тәмлеһен ашағас, ҡабығын киптерәләр, эсенә аш содаһы һалып, шкаф эсенә ҡуялар.
 Иҙәнде йыуыу өсөн 9 литр һыуға 100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе ҡушалар.
  Балаҫтарҙы таҙартыу. Сода иретмәһен балаҫҡа бөркөп сығалар. 15 минуттан щетка менән һеперәләр.

 
Автор:Гөлшат Ҡунафина
 
 
Автор:Лариса Михалькова