Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Октябрь 2022, 15:50

Йөҙөм менән тәмлекәс

Иртәнге сәйгә телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡ  

Йөҙөм менән тәмлекәс
Йөҙөм менән тәмлекәс

Бының өсөн беҙгә бер стакан ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр, ике-өс йомортҡа, бер стакан он, 1/4 сәй ҡалағы сода йәки йомшартҡыс, йөҙөм, сәтләүек кәрәк.

Әҙерләү:

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе бутайбыҙ. Шунан ҡаймаҡ, сода, әҙләп кенә он ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманың яртыһын формаға һалабыҙ. Уға йөҙөм, сәтләүек, туңған ҡарағат һалһаҡ та була. Шунан ҡалған ҡатнашманы өҫтәп ярты сәғәткә бешерергә ҡуябыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: poradnica.com

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Автор:Лариса Михалькова