Гөлйемештең шифалы төнәтмәһе организмды дөйөм нығытыусы, иммунитетты күтәреүсе сара булараҡ күптән киң ҡулланылыш тапҡан. Аш һеңдереү ағзалары, йөрәк, үпкә туберкулезы сирҙәрендә лә уның дауалаусы үҙенсәлектәре хәлде еңеләйтеүгә булышлыҡ ҡыла. Төнәтмәһе шулай уҡ көҙгө-ҡышҡы осорҙағы киҫкен респиратор вирус сирҙәрен иҫкәртеүҙә, дауалауҙа һөҙөмтәле. Бөйөрҙәге, бәүел ҡыуығындағы ауыртыуҙы баҫыуҙа, ташты ваҡлап сығарыуҙа ярҙам итә.
Дауаланыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда, 200 миллилитр һыуға 20 грамм емеш алырға кәрәк. Емештәрен тәүҙә блендерҙа ваҡларға (шулай иткәндә, эшләү ваҡыты ҡыҫҡара) кәңәш ителә. Гөлйемеш һалынған һыуҙы ҡайнатып сығарырға ла термоста йә башҡа ныҡлы ҡапҡаслы быяла һауытта дүрт-биш сәғәт төнәтергә. Теләгәндәр уға бал йә шәкәр өҫтәп эсә ала.