Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Сентябрь 2021, 13:00

Хроник арыуҙан нисек ҡотолорға?

Ҡайһы берҙә иртән будильникты алып осорғо килә, рәхәтләнеп кенә йоҡлап ятҡан ерҙән бөтә кәйефегеҙ китә. Йә шулай була: тороп өлгөрмәйһең, һинең инде яңынан ятҡың, бер нисә сәғәт кенә йоҡлап алғың килә... Был билдәләр хроник арыу менән йонсоғанығыҙҙы күр-һәтә. Ә уны нисек булһа ла еңергә кәрәк!

Хроник арыуҙан нисек ҡотолорға?
Хроник арыуҙан нисек ҡотолорға?

Бер нисә кәңәш

1. Эштән ҡайтҡас, бер-ике сәғәт мотлаҡ ял итеп алығыҙ. Йорт эштәре ҡасмай ул. Юҡһа, шунда уҡ өй йыйыштырырға, кер йыуырға тотон-һағыҙ, күңелегеҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуасаҡ, йәнегеҙ көйәсәк, был йән көйөүе өйҙәге башҡаларға ла тейәсәк әле. Ял итеп алғандан һуң тотон-һағыҙ, эштәрегеҙҙе күпкә еңелерәк тә, тиҙерәк тә башҡарырһығыҙ.

2. Ҡайһы берҙә үҙегеҙгә ял көндәре ойоштороғоҙ: ундай мәлдә бер нәмә лә эшләмәгеҙ, көнөгөҙҙө нисек теләй-һегеҙ, шулай үткәрегеҙ. Әлбиттә, телевизор ҡарап, ашар-ға ғына тороп, карауатта аунап ятырға ла була, әммә иң яҡшыһы – саф һауала ял. Ул ваҡытта һеҙ ысын мәғәнәһендә ял итәсәкһегеҙ.

3. Уйлаған бөтә эштәрегеҙҙе лә эшләп өлгөрөр өсөн, көнөгөҙҙө планлаштырырға ғәҙәтләнегеҙ. Көсөгөҙ етмәҫтәй эштәргә ризалашмағыҙ. Эшегеҙҙе еренә еткереп башҡар-һағыҙ, аҙаҡ был проблемаға кире ҡайтмаҫҡа үҙегеҙгә еңел булыр.

4. Телефондан оҙаҡ һөйләшеп ваҡыт үткәрмәгеҙ. Интернетҡа ла мөмкин тиклем әҙерәк инергә тырышығыҙ: әйләнгән һайын интернетта ултырыу фекерегеҙҙе тарҡатасаҡ, эшмәкәрлегегеҙҙе әкренәйтәсәк.

5. Йоҡларға ятҡанда телефондың тауышын һүндереп ҡуйыу хәйерле. Төн – йоҡлар өсөн. Ә булған эштәреңде иртәгәһе көндә лә эшләй алаһың. Ял итеп, йоҡоңдо туйҙырғандан һуң был мәсьәләләр күпкә тиҙерәк тә хәл ителәсәк әле.

6. Йоҡоғоҙҙо туйҙырырға тырышығыҙ. Киске сәғәт ун бергә тиклем йоҡларға ятыу-ҙы ғәҙәт итеү иң яҡшыһы. Төн уртаһына тиклем йөрөп, төшкә тиклем йоҡлау организмға бер файҙа ла килтермәй: 8-9 сәғәт йоҡлаһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе арыған, хәлһеҙ итеп тоясаҡһығыҙ.

7. Өйҙәге эштәрҙе бүлешеп башҡарырға өйрәнегеҙ. Балаларға ла үҙҙәренә тейешлеһен бүлеп бирергә кәрәк. Шулай һеҙ үҙегеҙ өсөн ваҡыт бүлә аласаҡһығыҙ.

8. Дөрөҫ туҡланыу тураһында ла онотмағыҙ. Ғәҙәттә ашҡаҙан ас булғанда нервылар ҡуҙғала. Ас кешенең асыуы ҡаты була. Шуға күрә ваҡытында, нимә теләйһегеҙ, шуны ашағыҙ.

9. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Спортзалға йөрөй алмаһағыҙ, физкультура менән өйҙә шөғөлләнегеҙ. Был организмды тонуста тоторға ярҙам итә, ҡан йөрөшө һәйбәтләнә, үҙеңде күпкә яҡшыраҡ тоя башлайһың.


“Шоңҡар” журналынан.

Фото

Автор:Лариса Михалькова