Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Август 2021, 10:30

Салат әҙерләр мәл етте

Баҡсаларҙа йәшелсә-емеш өлгөрөп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле лә етте. Бөгөн һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!

Салат әҙерләр мәл етте
Салат әҙерләр мәл етте

Помидор менән ҡыярҙан салат
1,5 кг помидор, 1,5 кг ҡыяр, 750 г башлы һуған, 250 г үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә, 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр кәрәк.
Башта йәшелсәләрҙе йыуабыҙ. Ҡыярҙарҙы түңәрәкләп йоҡа итеп ҡырҡабыҙ, помидорҙарҙы өлөштәргә бүләбеҙ, һуғанды ярым түңәрәк рәүешендә турайбыҙ. Май менән һеркә өҫтәйбеҙ ҙә, тәмләткестәр ҡушып, бутап, 10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Артабан банкаларҙы йыуып парҙа тотабыҙ. Уларға салатты тултырып, 15-20 минут тирәһе стерилләгәс, ҡап-ҡас ябып борабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа салат әҙер.
Ҡышҡылыҡҡа салат
2 кг помидорҙы, 5-6 татлы боросто ит үткәргес аша сығарабыҙ. 3 кг таш ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бөтәһен бергә бутап, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1,5 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан үҫемлек майы, 5-6 дана ҡара борос, ҡәнәфер ҡушып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут бешерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
Аджика
1-әр кг кишер, татлы борос, алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан таҙартылған һарымһаҡ, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос.
Барыһын бергә ит турағыс аша сығарырға һәм 30-40 минут бешерергә, стерилләнгән банкаларға ҡойорға.
“Тәмле” салаты
3 кг помидор, берәр кг һуған, кишер, татлы борос алына. Ошоларҙы турап, бутайһың да, 3 аш ҡалағы тоҙ, берәр стакан шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, 1,5 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып, 40 минут ҡайнатаһың. Стерилләнгән банкаларҙың төбөнә 3-4 дана ҡара борос һалып, салатты тултыраһың. Тағы ун минут кәстрүлгә ултыртып стерил- ләйһең.
Татлы помидорҙар
Был рецепт аш һеркәһе ярамағандар өсөн ҡулайлы булыр, моғайын.
Стерилләнгән 3 литрлы банкаларҙың төбөнә һарымһаҡ, 5-6 дана ҡара борос, ҡәнәфер һалабыҙ һәм помидор менән тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтәбеҙ. Һыуҙы түгәбеҙ. Банкаға 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалабыҙ һәм өҫтөнә тағы ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Өҫтөн тимер ҡапҡас менән ябып, банкаларҙы әйләндереп ҡуябыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа щи
0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, берәр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 дана ҡара борос, 3 дана хуш еҫле борос кәрәк.
Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа тотоп, тышын таҙартырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Кәбеҫтәне, татлы боросто, петрушканы ваҡлап, һуғанды ярымҡулсалап турарға, кишер менән петрушка тамырын ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы һалырға һәм бутарға. 30 минут ултыртып торорға. Стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡастарҙы банкаларҙың өҫтөнә ҡуйып 40 минут стерилләргә. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.
Йәшелсәләр менән фасолдән салат
3 стакан аҡ фасоль, яртышар кг помидор, кишер, һуған, ярты литр үҫемлек майы, тәменсә тоҙ алына.
Фасолде бешереп, йәшелсәләрҙе ваҡ итеп турап, май, тоҙ өҫтәргә. Һүрән утта ике сәғәт быҡтырып, банкаларға тултырып ябырға.
Баклажандан салат
3-әр помидор, татлы борос, баклажан, һуған, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 100 г үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе алына. Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, шәкәр ҡомо, аш һеркәһе өҫтәп, 30-40 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырырға.
Ҡышҡылыҡҡа – тултырылған помидор
Помидор, һарымһаҡ, петрушка, татлы борос, бөртөклө борос алабыҙ.
Тоҙлоҡ өсөн 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ һеркә.
Помидорҙарҙың ҡатыһын, иҙелмәгәнен, уртаса ҙурлыҡтағыһын алырға кәрәк. Татлы боросто түңәрәкләп киҫәбеҙ. Помидорҙың һабаҡ урынын киҫеп, һарымһаҡ, ваҡлап туралған петрушка ҡушабыҙ. Шунан банкаға ҡатлап тултырабыҙ. Тәүҙә фаршланған помидорҙы, унан һарымһаҡ, бөртөклө борос, татлы борос һалабыҙ.
Артабан өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ ҙа 15 минут тотабыҙ. Өс мәртәбә шулай эшләп, һыуын түккәс, тоҙлоҡ яһап, помидорҙың өҫтөнә ҡойоп, банкаларҙы ябабыҙ. Шунан әйләндереп, йылы әйбер менән урайбыҙ.
“Ассорти” салаты
Салат өсөн 3 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 1 стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы аш һеркәһе алына.
Помидор менән боросто оҙонсалап, һуғанды уртаға бүлеп, түңәрәкләп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Турамаға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. 20 минут бешергәс, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Ошо күләмдә алынған йәшелсәләрҙән 0,5 литрлы 11 банка салат сыға.
“Көҙгө йәйғор” турамаһы
Берәр кг кәбеҫтә, кишер, татлы борос, помидор, башлы һуған, баклажан һәм бер литр көнбағыш майы, ҡалаҡ ярым тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, ярты стакан аш һеркәһе алына.
Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, кәбеҫтәне оҙонса, ҡалған йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турарға. Ҡаҙанға йәки эмалле кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойорға ла, тоҙ, шәкәр, туралған һуған һалып, 10 минут быҡтырырға. Кишер һалғас, тағы 10 минут талғын утта тоторға. Унан баклажанды өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Борос һалғас, тағы 20 минут быҡтырырға. Артабан кәбеҫтә менән помидор өҫтәп, 20 минут талғын утта тоторға. Аш һеркәһе ҡойорға ла, тағы бер аҙ быҡтырғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға. Йылы әйбер менән төрөп, һыуынғансы тоторға.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лариса Михалькова