Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Август 2021, 16:30

Бөгөн һүҙебеҙ баҡса батшаһы ҡабаҡ хаҡында булыр

Алтын төҫөндәге был йәшелсә тәмле генә түгел, бик күп файҙалы матдәләргә лә бай.

Бөгөн һүҙебеҙ баҡса батшаһы ҡабаҡ хаҡында булыр
Бөгөн һүҙебеҙ баҡса батшаһы ҡабаҡ хаҡында булыр

Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипертония, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла. Ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә. Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк. Һары һыу ауырыуы, йөрәк ауыртып, шешенгәндә лә ҡабаҡ ашау файҙалы.
Цинк тоҙҙары иһә ир-егет өсөн айырыуса файҙалы, уларҙың кәренә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестеринды сығара.
Уҡшытҡан осраҡта ауырлы ҡатындарға һәм диңгеҙ ауырыуынан йонсоусыларға ҡабаҡтың яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ төнгөлөккә ҡабул ителгән бер нисә ҡалаҡ һут нервы системаһын тынысландыра, тәмле йоҡоға булышлыҡ итә.
Ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡты тиренең шешкән, елһенгән еренә ҡуялар, шулай уҡ бешкән йә туңған осраҡта, экзема ваҡытында файҙаланалар.
Ҡабаҡты ҡулланыу бер кемгә лә зарар килтермәй, уны ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары мәлендә лә ашау тыйылмай. Йәш балаларҙы туҡландырыу өсөн иҙмә йә бутҡа бешереү уңайлы. Аҙ калориялы аҙыҡ булараҡ, диета тотоусылар өсөн дә ул файҙаға ғына тейер.
Унан манты бешерергә мөмкин. Иткә картуф урынына ваҡлап турап ҡабаҡ ҡушып, һуған, тоҙ һәм ҡара борос менән тәмләргә кәрәк. Ҡара борос менән ҡабаҡтың татлы тәме ныҡ килешә икән.
Ҡабаҡтан тағы ханума ла бешереп була. Эслеге былай әҙерләнә: үткәрелгән ит, ҡырылған картуф менән ҡабаҡ, тоҙ һәм ҡара борос
Был йәшелсәне турап, микротулҡынлы мейестә ҡаплап, 15 минут тирәһе бешереп алырға ла, шунан табала ҡыҙҙырырға була. Тәмләткестәрҙе үҙегеҙҙең самаға ҡарағыҙ.
Аҡ май, һөт йәки һыу, тоҙ һәм сода менән сөсө ҡамыр баҫып бәлеш бешерергә мөмкин. Эслегенә ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡ, бер стакан бүрттерелгән дөгө ярмаһы, шәкәр, йөҙөм, күрәгә менән ҡара емеш алына. Бәлештең ҡапҡасын ябыр алдынан эслегенә аҡ май турап һалырға онотмағыҙ.
Аш-пюре әҙерләп тә була. Ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән туралған һуғанды ҡыҙҙырырға, тышын әрсеп помидор ҙа ҡушырға мөмкин. Шунан туралған ҡабаҡ һалыр-ға, аҙаҡ тауыҡ һурпаһы ҡойоп, йомшарғансы бешерергә. Томат пастаһы, тоҙ, ҡара борос менән тәмләтергә. Ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ та ҡушырға мөмкин. Бешкән йәшелсәләрҙе блендер менән иҙергә. Аштың ҡуйылығына ҡарап, тағы һурпа өҫтәргә. Табынға туралған ит өҫтәп бирергә була. Был ашҡа бөтнөк үләне ныҡ килешә.
Тағы ла ҡабаҡ һуты, запеканка, печенье һәм башҡа әллә күпме ризыҡтар әҙерләп була икән. Тәмдәре лә шәп, яҡшы ла һаҡлана.

Ҡабаҡтан һут
Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 200 грамм шәкәр, 2 эре әфлисун һуты, 0,5 балғалаҡ лимон кислотаһы, 2 лимон.
Аҙыҡ-түлектәр яҡынса алынды, уны үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай ҡулланығыҙ. Ҡабаҡты тышынан һәм эсенән таҙартып, киҫәктәргә телгеләп кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтө ҡапланғансы һыу һалабыҙ. Талғын утта ҡабаҡ бешеп сыҡҡансы тотабыҙ. Артабан ҡабаҡты блендер менән иҙәбеҙ. Әфлисун һутын, шәкәр, лимон кислотаһын ҡушып тағы ла утҡа ҡуябыҙ. 15 минуттан һуң лимон һуты өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырып ябып ҡуйырға.

Ҡабаҡтан джем
5 килограмм ҡабаҡ, 5 әфлисун, 5 лимон, 5 килограмм шәкәр ҡомо.
Лимон, әфлисун һәм ҡабаҡты ит турағыс аша үткәреп, 40 минут яй ғына утта ҡайнатабыҙ.
Стерилләнгән банкаларға тултырып, баҙҙа йә һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Тәмле ҡоймаҡ
Таҙартылған ҡабаҡты (200 грамм самаһы) әҙер булғансы духовкала бешереп алырға һәм блендер менән иҙергә. Уға 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакан һөт, 1,5 стакан он һәм бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып ҡамыр әҙерләргә.
Майланған табала ике яҡлап ҡоймаҡты ҡыҙҙырып алырға, тәмлекәс әҙер ҙә була. Табынға уны бал менән бирергә була.

Фриттата
Ҡабаҡтан әҙерләнгән итальян омлеты шулай тип атала. Бының өсөн 1 уртаса ҡабаҡ, 1 татлы борос, 1 һуған, 1 услам йәшел һуған, укроп, петрушка, 2 ҡалаҡ көнбағыш йәки зәйтүн майы, тәменсә тоҙ һәм ҡара борос, 4 йомортҡа, 1/2 стакан һөт кәрәк буласаҡ.
Ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартҡандан һуң, ҡабаҡты оҙонсалап нәҙек итеп турарға. Татлы боросто ла ошо рәүешле турағыҙ. Һуғанды ваҡ шаҡмаҡтарға бүлгеләп, йәшел һуған һәм башҡаһын ҡырҡып әҙерләгеҙ.
Табалағы майҙа һуғанды ҡыҙҙырғас, уға ҡабаҡты өҫтәргә. Тоҙлап, борослап, ҡапҡасын ябып, 2-3 минут утта тоторға.
Йомортҡа менән һөттө ҡушып туҡығас, татлы борос, йәшел һуған, укроп һәм петрушка өҫтәргә. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны ҡабаҡтың өҫтөнә ипләп кенә ҡойорға. Фриттатаны ошонда уҡ талғын утта бешереп алырға йәки 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйырға мөмкин.

Соя соусында ҡабаҡ
Азия стилендәге ризыҡ боросло һәм әсе була. Уны дөгө менән бирергә яйлы. 1 ҡалаҡ крахмал, 4 ҡалаҡ соя соусы, 1 һуған, 1/2 балғалаҡ тоҙ, 1/2 балғалаҡ иҙелгән имбирь, 2 уртаса ҡабаҡ, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 5 бүлкәт һарым-һаҡ.
Ярты стакан һыуға һалып, крахмалды болғарға, өҫтөнә соя соусын, һуған, тоҙ һәм имбирҙы һалырға.
Уны 1х1 сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға турарға. Ҡабаҡты яҡшы ҡыҙған табала майҙа ҡыҙҙырып алғандан һуң, теләүселәр кишер һәм татлы борос өҫтәй ала.
Яртылаш әҙер булған ҡабаҡтың өҫтөнә соялы шыйыҡсаны ҡойорға. Табаның ҡапҡасын ябып, 5 – 7 минут быҡтырырға. Һуңынан иҙелгән һарымһаҡты һалып, уттан алып, бер аҙ тоторға.

Клярҙағы ҡабаҡ
Кляр эсендәге ҡабаҡ һутлылығын юғалтмаясаҡ. Ул һарымһаҡлы соус йәки ҡаймаҡ менән бигерәк тәмле була.
1 эре ҡабаҡ, 2 йомортҡа, 1/2 стакан он, 6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, 1 балғалаҡ прованс үләндәре, ҡыҙҙырыу өсөн шыйыҡ май.
Ҡабаҡты түңәрәкләп 1 сантиметр тирәһе ҡалынлыҡта ҡырҡырға. Кляр өсөн 2 йомортҡаны, 1 стакан ондо, ҡаймаҡты, тоҙҙо һәм тәмләткестәрҙе туҡырға. Һәр ҡырҡымды клярға манып, яҡшы ҡыҙған табала ҡурырға.

Ҡабаҡтан кәтлит
Арзан һәм туҡлыҡлы ризыҡ күптәрҙең яратҡан ҡабымлығына әйләнгән. Уны эҫе көйөнсә лә, һыуыҡ килеш тә ашарға була. Юлға, эшкә үҙең менән алырға уңайлы аҙыҡ.
2 ҙур булмаған ҡабаҡ, 1/2 балғалаҡ тоҙ, 100 г ҡаты сыр, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 2 йомортҡа, 3 ҡалаҡ он, ҡурыу өсөн шыйыҡ май.
Ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәрергә, тоҙларға һәм 10 – 15 минутҡа ҡуйып торорға. Был ваҡыт арауығында ваҡ ҡыр-ғыстан сыр һәм һарымһаҡты үткәрергә. Ҡабаҡты һығып алырға, сыр, һарымһаҡ, йомортҡа һәм он һалып болғатырға кәрәк. Килеп сыҡҡан фарштан кәтлит яһарға һәм ҡыҙған табала ҡыҙҙырырға. Фарш ныҡ шыйыҡ булһа, тағы бер аҙ он ҡушырға. Әгәр ҙә барыбер һыулыраҡ икән, кәтлитте табаға ҡалаҡлап һалырға мөмкин.

Ҡабаҡтан тәмлекәс
Быны әҙерләү өсөн 2 ҡабаҡ, 2-3 помидор, 150 грамм сыр, укроп, петрушка, 4-5 теш һарымһаҡ, 70 грамм майонез кәрәк буласаҡ.
Ҡабаҡты һәм помидорҙы түңәрәкләп киҫегеҙ. Укроп, петрушканы турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тоҙлап, борослап бутайбыҙ. Ҡабаҡты табаға теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә помидор йәйелә. Иң өҫкө ҡатламға укроп, петрушка һәм сыр һалына.
Духовканы 200 градусҡа тиклем йылытҡандан һуң, табаны ултыртабыҙ. Телде йоторлоҡ ҡабымлыҡ килеп сыға.

Ҡабаҡтан торт
Үҙенсәлекле ҡабымлыҡ менән байрам өҫтәлен биҙәргә мөмкин. Рецебы яп-ябай, көн һайын әҙерләргә лә була.
1 эре ҡабаҡ, 1 балғалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 2 йомортҡа, ҡурыу өсөн шыйыҡ май, 1 һуған, 1 кишер, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 услам йәшел һуған, укроп, 200 г тәбиғи йогурт.
Ҡабаҡты ҡабығынан һәм орлоғонан таҙартырға, эре ҡыр-ғыс аша үткәрергә. Тоҙлап, 10 – 15 минут тоторға. Бүленеп сыҡҡан шыйыҡсаны түгеп, ҡабаҡты һығып алырға. Он, манный һәм йомортҡа өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан майлы табала ҡоймаҡ ҡойор-ға, сама менән 5 – 6 ҡоймаҡ сығырға тейеш.
Һуған һәм кишерҙе ваҡ итеп турап аҙ ғына майҙа ҡыҙҙырып алырға. Уға һарымһаҡты һәм йәшел үләндәрҙе өҫтәргә.
Һәр ҡоймаҡтың өҫтөнә йогурт һеңдереп, һуғанлы-кишерле ҡатлам һалып, тортты йыйырға кәрәк.
Тәмле ризыҡтар күңелдәрегеҙҙе күтәрһен, табынығыҙҙы йәмләһен. Ашығыҙ тәмле булһын!
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Бөгөн һүҙебеҙ баҡса батшаһы ҡабаҡ хаҡында булыр
Бөгөн һүҙебеҙ баҡса батшаһы ҡабаҡ хаҡында булыр
Автор:Лариса Михалькова