Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Август 2021, 16:40

Ҡарбузды нисек һайларға?

Ҡарбузды дөрөҫ һайлау – ысын фән ул.

Ҡарбузды нисек һайларға?
Ҡарбузды нисек һайларға?

Кемдер ҡарбуздарҙы инә һәм атаға бүлә, кемдер туҡылдатып ҡарай, ә берәүҙәр таныш һатыусыларына ышана. Тәмле һәм татлы ҡарбузды нисек һайларға һуң? Бер нисә ҡағиҙә бар:
Ҙурлығы
Ҙур ҡарбуздарҙан һаҡ булығыҙ. Гиганттар өлгөрөрлөк климат беҙҙә юҡ. Шуға күрә алпамышаларҙы яһалма үҫтереүҙәре бар. Ә бәләкәй ҡарбуздар ул тиклем татлы булмайҙар, шуға күрә идеаль ҙурлыҡ – уртаса 5-7 килограмм тирәһе.
Инә һәм ата ҡарбуз
Ҡарбуздарҙы енес билдәләре буйынса айыралар. “Малайҙар” – ҙурыраҡ, вертикаль күсәр буйлап еңелсә һуҙылған. Ә “ҡыҙҙар” – бәләкәйерәк, йәйпәгерәк. Инә ҡарбуздың емештәре ваҡ, ул тәмлерәк һәм татлыраҡ.
Һабағы
Ул мотлаҡ булырға тейеш. Сөнки ул – өлгөргәнлек күрһәткесе. Һары ҡороған һабаҡ ҡарбуздың өлгөргәнлеге тураһында һөйләй. Әгәр ҙә ул йәшел икән, тимәк ҡарбузды өлгөрөп етмәйенсә өҙгәндәр.
Туҡылдатып ҡарағыҙ
Өлгөргән ҡарбуз яңғыраулы тауыш сығара. Уны аҫтынан һәм өҫтөнән тотоп бер аҙ ҡыҫығыҙ –еңелсә шытырлаһа, тимәк ул өлгөргән.
Киҫәк
Һатыусыларҙың күбеһе ҡарбуздың өлгөргәнлеген күрһәтеү өсөн уны киҫә. Бындай емеште һатып алмағыҙ, сөнки ҡарбуз үҙенә бөтә нәмәне – һатыусының бысағындағы бысраҡтан башлап бактериялар һәм туҙанға тиклем бик тиҙ һеңдереп ала.
Химия билдәләре
Ҡарбузда нитрат йәки башҡа зарарлы матдәләрҙең булыуын күҙ менән генә билдәләү мөмкин түгел. Уны емеште киҫкәндән һуң ғына белергә мөмкин. Әгәр ҙә аҡ йәки һарғылт һыҙаттар бар икән, тимәк ҡарбузда нитраттар һәм пестицидтар рөхсәт ителгән норманан күберәк (нитраттарҙың рөхсәт ителгән концентрацияһы – 60 мг/кг). Күпмегә артыҡ икәнлеген махсус лабораторияларҙа, шулай уҡ нитраттарҙы билдәләүсе портатив приборҙар менән генә белергә мөмкин.
Бер нәмә менән дә раҫланмаған шәхси күҙәтеү
Шыма, матур, тигеҙ формалы ҡарбуз – ғәҙәттә иң тәмлеһе түгел. Бер аҙ күрекһеҙе, ерҙән аҡ тап менән – иң татлыһы һәм һутлыһы.
Өлгөргән ҡарбуздар миҙгеле – август һуңы.

Автор:Лариса Михалькова