Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Февраль 2021, 11:45

Табала алма, һуған менән ҡыҙҙырылған бауыр

Бының өсөн 700 грамм бауыр, ике алма (әсе сорт), ике баш һуған, 150 грамм он, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр кәрәк.

Башта алманы йыуып, үҙәген таҙартып түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Һуғанды әрсеп турайбыҙ, бауырҙы йыуып ваҡлайбыҙ. Табаны йылытып, ике аш ҡалағы тирәһе үҫемлек майы һалып, алманы 5-6 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙерәк шәкәр ҡомо ла өҫтәйбеҙ. Әҙер алманы тәрилкәгә һалабыҙ. Шул уҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырып, һауытҡа бушатабыҙ. Бауырҙы онда әүәләп, тоҙлап , борослап, табаға көнбағыш майы өҫтәп, талғын утта 7-8 минут тирәһе ҡурабыҙ. Әҙер бауырға тәүҙә һуған, шунан алма һалып өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: saveda.ru
Автор: Рисаля Юмагулова