Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Февраль 2021, 19:00

Кефирҙа чебуректар

Уның өсөн 350 грамм он, 200 грамм кефир, бер йомортҡа, ярты сәй ҡалағы сода, 200 грамм ит фаршы, үҫемлек майы кәрәк.

Тәүҙә ҡамыр әҙерләйбеҙ. Уның өсөн кефирҙы бер һауытҡа ҡойоп, сода һалып болғатабыҙ. Бер нисә минут торһон. Шунан уға йомортҡа, он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, әҙер ит фаршынан бөйөрөктәр эшләйбеҙ.
Артабан табала үҫемлек майын ҡыҙҙырып, уларҙы һалып, ике яҡлап бешерәбеҙ.
Тәмле, туҡлыҡлы ризығыбыҙ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Prigotovim-v-multivarke.ru
Автор: Рисаля Юмагулова