Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ноябрь 2020, 15:00

Иммунитетың ныҡмы?

Иммунитетты нығытыу өсөн дарыу үләндәрен дә файҙаланырға кәңәш ителә. Һеҙҙең иғтибарға – бер нисә рецепт.

* Киптерелгән ғәҙәти һәм һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
* Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
* Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсергә кәрәк.
* Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
* Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
* Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.