Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Август 2020, 12:25

Ҡабаҡ ҡына тимәгеҙ!

Дауалау өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше составында төрлө биологик актив матдәләр бар: пектин, витаминдар (С, В1, В2, РР), минераль тоҙҙар, органик кислоталар һәм башҡалар. Орлоғонда май күп, фитостериндар, микроэлементтар, шулай уҡ шифалы матдәләр табылған.

Ҡабаҡтың емеше – бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, шешенгәндә, биҙгәк тот-ҡанда, нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәренән, аҙ ҡанлылыҡтан ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Бауыр һәм бөйөрҙәр ауырт-ҡанда ҡабаҡ емеше һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле ярты-бер стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан фай-ҙалы.
Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең бешеүенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәктәрҙәге таҫма паразит- тарҙан, аскарида кеүек йомро селәүсендәрҙән ҡотолоп була. Ололарға 300 грамм сей ҡабаҡ орлоғо кәрәкһә, өс-дүрт йәштәгеләренә – 75 грамм, биш-алты йәштәгеләргә – 100 грамм, 10-15 тулғандарына – 200 грамм. Әлбиттә, был дауалау табип билдәләүе буйынса үтергә тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфалан-ғандарға ла килешә.
Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир заты һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоғо ашарға тәҡдим ителә.
Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.
Ҡаршы күрһәтмәләр бар. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.