Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Июль 2020, 20:00

Ҡояш һуҡтымы?

Көндәр эҫе тора. Халыҡ йылға-күлдәргә эркелә. Әммә шуныһы: ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ булыуҙың күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы ихтимал.

Артыҡ эҫелектән баш әйләнеп, тән температураһының күтәрелеүе, әммә тирләтмәүе ихтимал. Бит ҡыҙара, эс китә һәм ҡоҫтора башлай. Әгәр ҙә ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, кешенең һаташа башлауы ла бар. Эҫе ҡапҡан кешенең хатта аңын юғалтыуы ихтимал. Был ваҡытта йөҙө ағарып, тәне һыуынып, йөрәк тибеше шәбәйеп китә.
Әгәр ҙә кешегә эҫе ҡапҡанын күрһәгеҙ, уны мотлаҡ күләгә ергә күсереп һалығыҙ. Күп итеп һыу эсереп, мөмкин тиклем тәнен һыуытырға тырышыу кәрәк. Һыулы таҫтамалға төрөргә, тәненә туңдырылған боҙло пакет ҡуйырға була. Һәм, әлбиттә, "Ашығыс ярҙам" саҡыртыу мотлаҡ. Ғөмүмән, эҫелә бәләгә тарымау өсөн күп итеп һыу эсергә, газлы, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаҫҡа ҡушыла. Ҡояшта йөрөүҙе, эҫелә физик көсөргәнеште кәметергә, һыуыҡ душта ҡойоноп алыр-ға кәңәш ителә. Шулай уҡ транспортта оҙайлы юлға сыҡмау хәйерле. Имен-һау, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Мәтрүшкәләр йыйыр саҡ
Мәтрүшкә – күп йыллыҡ хуш еҫле үҫемлек. Уны июль-август айҙарында сәскә ата башлағас йыйырға мөмкин. 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, күләгәле урында, яҡшы елләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда – бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була.
Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланыр-ға ярай. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда, мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Кеүәҫ
Эҫе көндәрҙә кеүәҫһеҙ булмайҙыр. Уны һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ? Ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Өс литр һыу, 90 грамм ҡоро кеүәҫ, 150 грамм шәкәр, 1-2 аш ҡалағы сүпрә, йөҙөм (теләгәнсә) кәрәк.
Тәүҙә һауыт, мәҫәлән, өс литрлыҡ банка алабыҙ. Һәйбәтләп йыуабыҙ, киптерәбеҙ. Шунан ҡоро кеүәҫте һалып, һыуыҡ һыу өҫтәйбеҙ. Һыу бүлмә температураһында булырға тейеш. Шунан шәкәр, сүпрә ҡушабыҙ ҙа бер нисә ҡат марля менән ябып, 40 сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
Әҙер кеүәҫте һөҙөп, йөҙөм һалып, һыуыт- ҡысҡа ҡуябыҙ.
Мейе лә таҙартып тороуға мохтаж
Бауыр йәки бөйөр кеүек үк, баш мейеһе лә токсиндарҙан һәм матдәләр алмашыныуы ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙы талап итә. Был ҡалдыҡтар баш мейеһе туҡымаларында йыйылмаһын өсөн, ниндәйҙер махсус күнегеүҙәр яһар-ға кәрәкмәй. Әммә бер шарты бар – кәм тигәндә һигеҙ сәғәт йоҡларға кәрәк.
Төнгө «сер»
Йоҡлаған саҡта ғына баш мейеһе туҡымалары үҙҙәренә һеңдергән токсиндарҙан арына ала. Ни өсөн тигәндә, баш мейеһе нейрондарын әйләндереп алған күҙәнәктәр йоҡлағанда ҡыҫыла һәм ике арала бушлыҡ барлыҡҡа килә. Әлеге бушлыҡҡа арҡа-баш мейеһе шыйыҡсаһы үтеп инеп, зарарлы ҡалдыҡтарын йыуҙырып алып сығып китә. Нишләп йоҡлағанда ғына? Бының да аңлатмаһы бар. Ғалимдар таҙарыныу процесының баш мейеһенән күп энергия талап иткәнен асыҡлаған. Көндөҙ баш мейеһе үҙ-үҙен таҙартыу өсөн дә энергия бүлеп бирә алмай, уның бынан башҡа ла вазифаһы етерлек: мәғлүмәтте ҡабул итергә һәм эшкәртергә кәрәк. Шулай уҡ әгәр көн дә кешенең йоҡоһо туймай икән, баш мейеһе туҡымаларында токсиндар күп күләмдә тупланасаҡ. Был уның эшмәкәрлеген әкренәйтеүгә килтерә: фекерләү, уйлау һәләте кәмей, хәтер насарлана, кеше гел йоҡомһорау һәләтендә була, депрессияларға бирешә. Нервы сис-темаһы ауырыуҙары башланыуы ихтимал (шул иҫәптән Альцгеймер һәм Паркинсон сирҙәре).

Кеҫә телефондарының зыяны
Ғалимдар кәрәҙле телефондарҙың баш мейеһен һаҡлаған барьерҙы зәғифләндереүен иҫбатлаған. Әлеге барьер ҡандағы токсиндарҙың баш мейеһе күҙәнәктәренә үтеп инеүен тот-ҡарлай икән. Уны көслөрәк, нығыраҡ итеү өсөн антиоксиданттарға бай ризыҡтарҙы күберәк ҡулланырға кәрәк: кишер, шпинат, йәшел үләндәр, ҡыҙыл болгар боросо, помидор, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ, һырғанаҡ, гөлйемеш, ҡара еләк, ҡара ҡарағат, өрөк, цитруслы емештәр, көнбағыш төшө, миндаль сәтләүеге, һалҡын килеш һығылған үҫемлек майҙары.
Сәләмәт булығыҙ! Сирҙе дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшы икәнен онотмағыҙ.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан.