Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Июль 2020, 13:30

Берҙәм дәүләт имтихандарын – артыҡ тулҡынланыуһыҙ

Күп сығарылыш класс уҡыусыларының тыныслығын боҙған берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Ошо ҙур һынауҙар алдынан күңелдәге хәүеф тойғоһон, тулҡынланыуҙы нисек баҫырға? Оло Ыҡтамаҡ лицейы психологы Эльмира Дилмөхәмәтованың кәңәштәре бөгөн һынау алдында торған ҡыҙ һәм егеттәргә ярап ҡалыр.

”Был ваҡытта иң мөһиме –туғандарҙың һәм яҡындарҙың аңлауы һәм ярҙамы. Шуға күрә ваҡиғаның психологик әһәмиәтен бергәләп аңлау һәм хәлде ҡатмарлаштырмау мөһим. Яҡындарың менән төрлө осраҡтарҙы ҡарап сығырға мөмкин. “Запас план” уйлап ҡуйырға ла кәрәк. Берҙәм дәүләт имтихандары – ул тормоштоң бер өлөшө генә, бер ваҡыт үтеп китәсәк.
Дөрөҫ туҡланырға тырышығыҙ. Рационға йомортҡа, артыҡ майлы булмаған эремсек, төрлө борсаҡтар индерергә кәрәк. Көндәлек менюға дөрөҫ, “әкрен” углеводтар индерегеҙ. Йәшелсә һәм емештәр составына ингән матдәләр интеллектуаль һәләттәрҙе арттыра. Шуға күрә рационда банан, помидор, брокколи, һарымһаҡ булһа яҡшы.
Йоҡо һәм ял режимын үтәгеҙ. Ә имтихан алдынан тынлыҡ көнө ойоштороғоҙ һәм яҡшылап йоҡлағыҙ.
Имтихандарға әҙерләнеү өсөн эш урынын һайлағанда төҫтәр үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк: ҡыҙыл төҫ дәртләндерә, энергия менән байыта, әммә нервы системаһын да даими тонуста тота. Шуға күрә уның менән мауыҡмау яҡшыраҡ, бары аксессуарҙарҙа ғына файҙаланырға мөмкин. Һары төҫ интеллектҡа ыңғай йоғонто яһай. Аҡһыл һары төҫ айырыуса оялсан балалар өсөн фон булараҡ яҡшы. Күк төҫтәр тынысландыра, көсөргәнеште кәметә.
Ҡуҙғыған ваҡытта махсус гимнас-тика ярҙамында һулыш алыу тынысланырға ярҙам итә. Уның иң ябайы – эс ярҙамында. Бының өсөн тын алыу гимнастикаһы принциптарын белеү, һулағанда һәм һулаған һауаны сығарғанда иҫәпте алып барыу кәрәк. Тәрән итеп тын алыу һәм уны әкрен генә сығарыу тынысланырға ярҙам итә.
Хәҙер нисек тын алыуығыҙҙы аңлау өсөн бер ҡулығыҙҙы – эсегеҙгә, икенсеһен күкрәгегеҙгә һалығыҙ. Күкрәктең түгел, ә эстең хәрәкәт итеүе – тын алғанда йомроланыуы, сығарғанда тартылыуы мөһим.
Тыныс ҡына тәрән итеп һулағанда кислород организмда бер тигеҙ тарала, нервы системаһы йомшара, гормондар системаһы хәүефһеҙлек сигналдары ебәрә. Бер нисә минут тәрән итеп тын алғандан һуң, рациональ фекер йөрөтөү һәләте ҡайта.
Өҫ кейеменең уңайлы булыуы мөһим. Насар күрәһегеҙ икән, дөрөҫ итеп күҙлек йәки линза һайлау мөһим: һеҙгә әлеге мәлдә айырыуса иғтибарлы булырға һәм фекер тупларға кәрәк, ә насар күреү хәлдең дөйөм торошона кире йоғонто яһаясаҡ. Ҡыҙҙар өсөн кәңәш – имтихан алдынан сәсегеҙҙе ныҡ тығыҙ итеп йыймағыҙ, башығыҙҙың ауыртыуы ихтимал”.