Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Июнь 2020, 18:50

Тәҙрә төбөм гөл генә

Аҡ толпарҙа елеп килгән принц хаҡында хыялланып ултыраһығыҙмы һаман? Ә ул юҡ та юҡ. Нимә эшләргә? Һеҙ төрлө ырымдарға ышанаһығыҙмы? Хәйер, мөхәббәт һәм бәхет мәсьәләһендә беҙ күп нәмәгә ышанып, өмөт менән ҡарайбыҙ инде ул. Мәҫәлән, йондоҙнамәгә, күргән төштәребеҙгә…

Бөгөн беҙ һеҙгә йорт биҙәге – гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Улар араһында өйгә, ғаиләгә бәхет килтерә торғандары ла бар икән. Ниндәй гөлдәр икән улар?
Төнгөлөккә “күҙҙәр”ен йомоп йоҡлаған оксалис барығыҙға ла таныштыр инде. Был гөл ниндәй-ҙер серле көскә һәм мөхәббәт энергетикаһына эйә. Ҡояш байыр алдынан янына килеп, теләктәр теләһәң, улар мотлаҡ тормошҡа аша, имеш. “Бәхет гөлө” тип йөрөтөлгән оксалисты өйҙә генә түгел, балконда, баҡсала ла үҫтерәләр. Аҡ, алһыу һәм һары төҫтә сәскә ата. Ә япраҡтары ҡыҙғылт йәки йәшел була.
Был сәскә бәхет килтерә, тип һанала. Һыу яраталар, тупрағын ҡоротмаҫҡа кәрәк. Йәй көндәрендә баҡсаға күсереп торорға ла була. Спатифиллумды икенсе төрлө “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип атайҙар. Ап-аҡ сәскә атыусы гөл гүзәл заттарға икенсе яртыһын табырға ярҙам итә, йортта романтик мөхит тыуҙыра, әсә булыу бәхетенә юл аса, мөхәббәттә йәшәтә.
Спатифиллум дым ярата – һыуҙы йыш һибеп торорға кәрәк. Уны гөл һауытының төбөндәге тәрилкәгә ҡойорға ла була – тамырҙар үҙенә кәрәк тиклем дымды тартасаҡ. Гөлдәрҙе тура төшкән ҡояш нурҙарынан һаҡлайҙар, сөнки улар япраҡтарын һарғайтып киптерә. Был сәскәләр йылы, ҡараңғыраҡ урындарҙы хуп күрә. Тик эргәләренә көслө ир-егеттәр энергетикаһы бул-ған антуриум гөлөн ҡуйырға кәрәк. Шунда ғына был гөл сәскәгә күмелеп, бүлмәгеҙҙе йәмләп ултырасаҡ. Шунан инде, мөхәббәт үҫемлектәр араһында ла була, тигәнгә ышанмай ҡара.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер хужабикәләр өйҙәрендәге гөл-сәскәләре менән дә, баҡсалағы йәшелсә-емештәре менән дә “һөйләшеп” йөрөп һыу һибә, наҙлап ҡына һыйпап та ала. Ысынлап та, уларҙың ултыртҡан бөтә үҫентеләре күкрәп сәскә ата, мул уңыш бирә.
Хойя сығышы менән Таиландтан. Йөрәк формаһындағы япраҡтары үҙҙәре үк уларҙың мөхәббәт гөлө икәнлеге тураһында һөйләй. Бик күп илдәрҙә был гөлдө 14 февраль – Ғашиҡтар көнөндә бүләк итәләр. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтерергә кәңәш бирәләр. Ырым буйынса, ғаилә бәхете килтерәсәк.
Был гөлдө артыҡ наҙлы тип әйтеп булмай. Әллә ни эҫе булмаған көндө тура төшкән ҡояш нурҙары ла зыян итмәй. Уны бүлмә температураһында, яҡты һәм иркен тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Үҙе һалҡынды яратмай, ҡышын өшөтһәң, киләһе йыл сәскәһе әҙ була. Сәскә атҡан ваҡытта бер тамсы ғына һыуҙы ла сәскәләренә тейҙермәй һибергә кәрәк, юҡһа улар ҡороп төшәсәк. Гөлдөң төбө бөтөнләй кипмәһен, һибеү өсөн оҙаҡ тотолған һыу һәйбәт.
Аихризонды “Мөхәббәт гөлө” тип тә атайҙар. Ныҡлы ғаилә булдырырға, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүгә булышлыҡ итә, тиҙәр. Уны ҙур һауытта үҫтермәйҙәр, тығыҙ ултырһын. Юҡһа сәскә атмаясаҡ. Гөл яҡтылыҡтан ҡурҡмай. Тигеҙ үҫһен өсөн яҡтылыҡ яғына бороп-бороп ултыртырға кәрәк. Батареяларға яҡын булмауы хәйерле.
Аихризондың япраҡтары аҫҡа ҡарап тора, шуға ла һыу һипмәйҙәр. Тулыһынса кибеп бөткәс, әҙләп кенә тупрағына ҡоялар. Үҫемлек һыу етмәгән шарттарҙа үҫергә күнеккән. Әгәр уны гел дымлы тотһаң, тамыры серей башлаясаҡ.
Мөхәббәт гөлөн тамырҙары тулыһынса һауытты тултырып бөткәс кенә күсереп ултыртырға мөмкин. Бының өсөн яҙ миҙгеле ҡулай, шул ваҡытта гөл күсереп ултыртыуҙы яҡшыраҡ ҡабул итәсәк.
Мирт гөлөн күп илдәрҙә туйға бүләк итәләр. Ул яңы өйләнгән кешеләрҙең тормошон нығыта, оҙаҡ йәшәгәндәрҙең ғаиләһенә тотороҡлоҡ килтерә, тип һанала. Шулай уҡ кеше һаулығына яҡшы тәьҫир итә, тип ышаныусылар бар. Европала япраҡтарын кәләштең сәсенә ҡушып үргәндәр.
Был гөл бик нәзәкәтле, уны үҫтереү мәшәҡәтле. Ләкин япраҡтарын дымлы сепрәк менән һаҡ ҡына һөртөп, иҫ киткес тәмле еҫен еҫкәүең була – бөтә мәшәҡәттәр онотола. Ваҡытында минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк, һыу һибергә оноттоңмо – ғәфү итмәй, ҡорой ҙа ҡуя. 18 – 20 градуслыҡ йылыла тоталар. Һалҡыныраҡ булһа, йүнләп сәскә атмаясаҡ. Эҫе урынға ҡарағанда йылыраҡ урынды үҙ итә. Тупрағы тулыһынса ҡороп бөткәнгә тиклем тотоу ҡурҡыныс. Ҡышын япраҡтарына һыу һипмәйҙәр, ә бына йәйгеһен миртты душ аҫтында тотоу бик шәп буласаҡ. Был гөлдө теләгән бер формаға килтереп ҡырҡ-ҡыслап була. Ул бик тиҙ үҫә, һабаҡтарын ҡырҡыуҙы еңел кисерә. Үҫемлек тағы ла күркәмерәк булһын өсөн яҙҙан ҡышҡа тиклем тупрағына ашлама индерергә кәрәк.
Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һанал-ған гөл бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә. Уны яратып ҡына Анютаның күҙҙәре тип тә әйтәләр.
Был гөлдө үҫтереү өсөн төп ҡағиҙә – яҡтылыҡ. Ләкин ул ҡояш нурынан ҡурҡа, шуға ла көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәрендә тотмайҙар. Миләүшәне йогурт һауытында бер ҡалаҡ ер менән генә лә үҫтереүселәр бар, әммә ҙур һауытта гөл ҡеүәтлерәк буласаҡ. Шулай ҙа сама кәрәк, артыҡ ҙур һауыт үҙенсәлеген боҙа, ул матур, ыҡсым булғаны өсөн күптәргә оҡшай.
Гөл дымды артыҡ яратмай, уны аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡойоп торорға ла мөмкин. Һыу һибер алдынан тупраҡ тулыһынса кибеп бөтөргә тейеш, уны өҫтән ҡойһаң, миләүшәнең тамыры ҡороясаҡ. Шуның өсөн аҫтан йылы һыу менән туҡландыралар.
(“Йәншишмә” гәзите сайтынан).