Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Апрель 2020, 12:49

Ауыҙҙа иреп торған кекстар

Күпереп торған татлы кекс рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Ингридиенттар:
* 4 йомортҡа
* 1 стакан шәкәр
* 100 гр иретелгән аҡ май
* 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ (магазиндыҡы)
* 2 стакан он
* 1 пакет ванилле шәкәр
* 2 аш ҡалағы разрыхлитель.
Шәкәр, йомортҡа, ванилле шәкәрҙе бергә ыуабыҙ, унан май менән ҡаймаҡты ҡушабыҙ. Яҡшылап туҡыйбыҙ. Хәҙер инде сират он менән разрыхлителгә етте. Артабан да туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Был эште миксер менән дә атҡарырға мөмкин.
Кекс өсөн махсус форманың 2/3 өлөшөн тултырып, 200-210 градусҡблы мейестә 20 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!