Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Март 2020, 23:17

"8 Март" салаты

Ашығыҙ тәмле булһын!

Ингредиенттар: консервалағы тунец (балыҡ), сыр, йомортҡа, майонез, биҙәү өсөн укроп һәм кукуруз.
Йомортҡаны бешереп, һарыһын һәм ағын айырым ваҡ ҡырғыс аша, сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. Консервалағы тунецты сәнскес ҡалаҡ менән иҙергә. Тәрилкәгә ике стаканды өҫтәнә түңкәреп ҡуйығыҙ. Бында һигеҙ һаны барлыҡҡа килергә тейеш. Хәҙер стакандар ситенән ингредиенттарҙы һалабыҙ. Тәүҙә майонезлы йомортҡа ағын (яртыһынан күберәген) йәйегеҙ. Унан һуң майонезлы сыр һалына. Өсөнсө ҡат тунец. Дүртенсе - йомортҡа һарыһы.Иң өҫкә ҡалған йомортҡа һарыһын һалабыҙ. Стакандарҙы ипләп кенә алығыҙ. Үҙегеҙсә биҙәгеҙ һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.