Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Ноябрь 2019, 16:00

Кигуруми – популяр пижамалар

Район үҙәге магазиндарының береһендә кейем кейеп ҡарау өсөн ҙур сиратҡа тороу-ҙарын күреп ҡалдым. Йәштәр ниндәйҙер карнавал костюмдары кейеп ҡарай ине.

“Нимә ул?” – тип һорар уҡыусыбыҙ.

Үҙеңде йылыла һәм рәхәт итеп тойоу өсөн өй кейеме уңайлы булырға тейеш. Һуңғы ваҡытта магазиндарҙа, интернеттағы һүрәттәрҙә йәки фильм-дарҙа хайуандар сүрәтендәге көлкөлө комбинезондар кейгән кешеләр йышыраҡ күренә башланы. Был костюмдарға ҡарап бик күп сағыу хис-тойғолар алаһың һәм үҙеңдең дә шундай кейем кейгең килеп китә.
Нимә ул кигуруми?

Ул – ҡорһаҡ буйынан эләктерелеп ҡуйыла торған сағыу, уңайлы һәм ирмәк костюм, уның мотлаҡ копюшоны була. Кигуруминың үҙенсәлеге – һөйкөмлө йәнлектәргә йәки персонаждарға, мәҫәлән: бесәй, эт, покемон, аждаһа, фил, йәнһүрәттәрҙәге башҡа персонаждарға әүерелдереү.

Кигурумины комбинезон тип тә атайҙар. Ул әле 15 йыл элек үк Японияла барлыҡҡа килгән һәм аниматорҙар өсөн маскарад костюмы булып хеҙмәт иткән, тик беҙгә ул пижама һәм өй кейеме рәүешендә бер нисә йыл элек кенә килеп етте. Был төр кейем барыһына ла тиерлек оҡшай, күптәр уны хатта урамда кейеп йөрөй башланы.
Пижамаларҙың ниндәй төрҙәре популяр?

Кигуруми йыш ҡына тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын сағыу төҫтәре һәм ғәҙәти булмаған күренеше менән йәлеп итә. Һалҡын кистәрҙә уны кейем өҫтөнән кейеп йылынырға мөмкин. Улар ике төркөмгә бүленә: ябай һәм фантазиялы.

Беренсе төркөм – ул бер төҫтәге копюшонлы ғәҙәти костюм.

Икенсеһе – йәнһүрәттәрҙәге төрлө билдәле персонаждар-ҙы һәм йәнлектәрҙе һүрәтләүсе кигуруми. Хайуандар образдарында ҡолаҡтар, ҡойроҡтар, хатта ял менән мөгөҙҙәр ҙә файҙаланыла.
Комбинезондар бер нисә төп төркөмгә бүленә:

• Балалар өсөн. Үлсәмдәре: 62-68-ҙән алып 135-145 сантиметрға тиклем.

• Ҙурҙар өсөн. S-тан (140-155 см) алып XL-гә (175-190 см) тиклем.

• Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: сағыу һәм нәфис төҫтәр.

• Ирҙәр өсөн: нейтраль төҫтәр.

• Карнавал өсөн: иң күп һәм ғәҙәти булмаған төҫтәрҙә тәҡдим ителгән сағыу образдар.

• Урамда кейеү өсөн: тығыҙ туҡыманан яһалған. Ҡышҡы костюмдар бирсәткәләре менән бергә һатылырға мөмкин.
Ниндәй пижама һайларға?

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы пижамалар һатыусы был кос-тюмдарҙың бик күп төрөн тәҡдим итә. Йылы һәм уңайлы комбинезон һайлағанда уның тегелешенә, туҡымаһына һәм үлсәменә иғтибар итегеҙ. Уның һеҙгә нимә өсөн кәрәк булыуын алдан уйлап барығыҙ: өйҙә ял итеү өсөнмө, тышта йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөнмө әллә инде карнавал кисәләре өсөнмө?
Комментарий: Мария, 16 йәш, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

“Минең күптән кигуруми алғым килә ине. Әсәйем менән атайым ҡаршы булды, уларҙың һүҙҙәренсә, “юҡ-бар нәмә, үҙе ҡиммәт”. Ләкин мин аҡса йый-ҙым да үҙем һатып алдым, һыңармөгөҙҙө. Бер ай иғтибар менән мине күҙәткәндән һуң, КӨТМӘГӘНДӘ әсәйем менән атайымдың гардеробында берәр кигуруми барлыҡҡа килде, шулай уҡ һыңармөгөҙ рәүешендәге. Хәҙер беҙ кис һайын – бәхетле һыңармөгөҙҙәр ғаиләһе”.