2 стакан һыуға 7 стакан шәкәр һалып, ул иреп бөткәнсе сироп ҡайнатабыҙ. Ҡайнап торған сиропҡа ҡарағат һалына. Йәнә ҡайнатып сығарып, утта 10 минут тотабыҙ. Унан уттан алырға кәрәк. Ҡалған 7 стакан шәкәрҙе ҡушып, 10 минут самаһы яҡшылап болғатабыҙ. Шәкәр иреп бөтөргә тейеш. Унан инде ҡайнатманы ҡайнар ғына килеш стерилләнгән банкаларға тултырырға ғына ҡала.