Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
8 Июль 2022, 16:25

Ҡорбан ғәйетен нисек бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрергә?

Мәсетле районы хакимиәтенең ултырыштар залында мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйетен үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.

Ҡорбан ғәйетен нисек бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрергә?
Ҡорбан ғәйетен нисек бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрергә?

Кәңәшмә эшендә Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, Мәсетле районы имамдары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ветстанция вәкиле ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Альберт Рөстәм улы, дини берекмә вәкилдәре һәм ауыл хакимиәте башлыҡтарының бер маҡсат һәм берҙәм бурыстары булырға тейеш, тип билдәләне.
– Иғтибарҙы тәү сиратта алкоголь ҡулланыуға һәм халыҡтың насар ғәҙәттәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтергә кәрәк. Улар фажиғәле эҙемтәләргә килтергән бик күп ваҡиғаларға сәбәпсе, – тине ул.
Һуңынан ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм имамдар тораҡ пункттарҙа ҡорбан байрамын үткәреү пландары менән уртаҡлашты. Мәсеттәрҙә иртәнге намаҙҙы иртәнге сәғәт 8-ҙә уҡырға хәл ителде.
Мәсетле районы имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиев был байрамға ҡағылышлы дини ҡағиҙәләргә бер нисә аңлатма бирҙе, бөтә һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Ул шулай уҡ халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәклеген билдәләне.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Мәсетле районында 100 баштан ашыу ваҡ мал ҡорбан ителергә тейеш.
Азамат хәҙрәт Вәлиев нисек ҡорбан салырға кәрәклегенә аңлатма биреп үтте:
– Ҡорбан – Аллаһ Тәғәләгә билгеле бер ваҡытта йөрәк күңелебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ҡорбанға дөйә, үгеҙ, һыйыр, һарыҡ йәиһә кәзә килтерергә була. Намаҙҙан һуң һәм 3 көнгә тиклем генә ҡорбанға килтерелгән хайуан ҡорбан тип иҫәпләнә.
Ҡорбанға мөмкин булған тиклем яҡшыраҡ, һимеҙерәк хайуанды салыу хәйерлерәк һәм сауаплыраҡ. Һуҡыр, аҡһаҡ, ауырыу йәки хәлһеҙ хайуандарҙы тотоноу тыйыла. Ҡорбан килтерәсәк кеше быға тиклем 10 көн дауамында тырнағын һәм сәстәрен киҫергә тейеш түгел.
Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында “Ихлас” сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң “Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр” тип әйтеп ҡорбан салына (был ҡорбан шундай кешенең исеменән килтерелә, тип әйтеү ҙә етә).
Итте өс өлөшкә бүлеү яҡшы булыр: үҙең һәм ғаиләң өсөн, туғандарыңды, яҡындарыңды, күршеләреңде һыйлау, мохтаждарға таратыу өсөн. Һөйәктәрҙе, тояҡтарҙы, тирене һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташламаҫҡа, ергә күмергә кәрәк.

Ҡорбан ғәйете осоронда шәхси ҡулланыу өсөн ҡорбан малын салыу буйынса Мәсетле ветстанцияһынан халыҡҡа кәңәштәр
Махсус урындарҙа сәләмәт һуғым малдары (идентификация номеры, ташыу өсөн ветеринария оҙатыу документтары булған) һәм Ҡорбан ғәйете осоронда ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән мал һатып алғанда түбәндәгеләр тәҡдим ителә:
–шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал салғанда шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итергә;
– Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының 2020 йылдың 26 октябрендәге 626-сы бойороғо менән раҫланған биологик ҡалдыҡтарҙы йыйыу, утилләштереү һәм юҡ итеүҙең ветеринария-санитария ҡағиҙәләренә ярашлы биологик ҡалдыҡтарҙы (мөгөҙ, тояҡ, тире һәм башҡа ҡалдыҡтар) яндырыу юлы менән юҡ итергә;
– биологик ҡалдыҡтарҙы көнкүреш сүп-сар контейнерҙарына түгеү, уларҙы сүплеккә, күмеү өсөн полигонға сығарыу ҡәтғи тыйыла.
Биологик ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү бурысы мал салған хужаға йөкмәтелә.
Алда әйтеп үтелгән талаптарҙы боҙған осраҡта граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин.
Һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына (8-800-77-55-828), шулай уҡ Мәсетле районы ветеринар станцияһы телефонына 8 (34770) 2-00-92, 8 (34770) 2-12-52) шылтыратып мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Лариса Михалькова