Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
23 Июль 2020, 18:30

Мәғлүмәти белдереүҙәр

Оҙаҡламай бөтә мосолман халҡы Ҡорбан ғәйетен ҡаршылай.

Урындағы халыҡ та был саранан ситтә ҡалмай. шуның менән бәйле, Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев, күп кеше йыйып аят уҡытыу мотлаҡ түгел тип иҫкәртә. Бигерәк тә быйылғы коронавирусҡа бәйле пандемия ваҡытында был саранан бөтөнләй баш тартырға мөмкин. Бары ҡорбан салыу йолаһын һәм салынған малдың итен шәриғәт ҡанундары буйынса таратыу мотлаҡ.