Беҙ барыбыҙ ҙа көтөп алған Ҡорбан ғәйете быйыл 31 июлгә тап килә. Ошоға бәйле 8 июлдә Мәсетле районы хакимиәте ҡарамағындағы конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссия онлайн форматта ултырыш уҙ-ғарҙы. Районда коронавирус йоҡтороу осраҡтары йышайыу сәбәпле, был дини ғәмәлде дистанцион уҙғарыу ҡарар ителде. Район мәсеттәрендә дини саралар уҙмаясаҡ. Ҡәрҙәштәребеҙҙең артабан бәхетһеҙлегенә юл ҡуймаҫ өсөн, беҙ күмәкләп намаҙ уҡыуҙан, күп кеше ҡатнашлығында ҙур тантаналарҙан баш тартабыҙ. Һеҙҙе лә, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, бар һаҡлыҡ сараларын күрергә, коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙҙән тор-ғандың барыһын да эшләргә саҡырам.
Әммә Хоҙайға яҡынлығыбыҙҙы күрһәтеү өсөн мөмкинлек буласаҡ. Беҙ байрам намаҙын өйҙәребеҙҙә ғаилә менән уҡый алабыҙ. Ҡорбан салыуҙы байрам намаҙынан һуң өс көн дауамында үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта баш-ҡарырға мөмкин.
Ҡорбан итеп һыйыр, үгеҙ, кәзә-һарыҡ, тәкә килтерергә була. Мал һау булырға, физик торошонда кәмселеге булмаҫҡа тейеш. Аҡһаҡ, һуҡыр, сирле, шулай уҡ мөгөҙөнөң яртыһынан күберәге һынған, ҡолағының яртыһынан күберәге киҫелгән малды ҡорбан итеп салырға ярамай. Ҡорбанға салынасаҡ малдың һимеҙе, ҙуры яҡшыраҡ.
Итте тигеҙ өс өлөшкә бүлергә. Тәүгеһен ғаиләгеҙҙе һыйлау өсөн тотоноғоҙ. Икенсеһен мохтажлыҡ кисергән күршеләрегеҙгә һәм туғандарығыҙға бирегеҙ, өсөнсөһөн хәйер итеп таратырға. Түләнмәгән бурыстары булған мосолманға ҡорбан салыу рөхсәт ителмәй.
Әгәр ҡорбан салыуҙы үҙегеҙҙең башҡарыу мөмкинлеге булмаһа, уны мөхтәсибәттә эшләтә алаһығыҙ. Өйгә илтеп биреү ойоштороласаҡ. Заказдар 20 июлгә тиклем 8-917-432-49-51 телефон номеры буйынса ҡабул ителә.