Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
31 Май 2019, 16:05

Рамаҙан сатыры ишектәрен асты

27 майҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк майҙанында Рамаҙан сатырын асыу тантанаһы булды.

Уникаль сара киске байрам ашы-ифтар менән уртаҡлашҡан һәм изге Рамаҙан айының иҫ киткес атмосфераһына сумған мәсетлеләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы инде өсөнсө тапҡыр йыя. Быйыл да проект шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле булды, һәм традиция буйынса, биш кис дауамында бында тематик кисәләр, интерактивтар һәм хөрмәтле ҡунаҡтар менән осрашыуҙар булды.

Сараны Изге Ҡөрьәндән аяттар уҡып Әнис хәҙрәт Ҡазиханов асты, унан һуң Мәсетле районы имам-хатибы Азамат Вәлиев ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул Рамаҙан айын мөмкин тиклем файҙалыраҡ итеп уҙғарырға һәм күберәк изге эштәр ҡылыр-ға өндәне. “Иң мөһиме – сатырҙа барлыҡ конфессия кешеләренә лә булырға мөмкин. Әлеге изге айҙа теләгән бер кеше бында килеп ризыҡлана ала”, – тип йомғаҡланы һүҙен Азамат хәҙрәт.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Рамаҙан сатыры” уҙғарыу буйынса Мәсетле районының Баш-ҡортостанда новатор булыуын билдәләне һәм барыһына ла именлек, күңел күркәмлеге теләне.

Артабан телмәр менән БР мосолмандары Диниә назараты мөфтөйөнөң уҡыу буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов сығыш яһаны, ул Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың файҙаһы тураһында һөйләне.

Район Мәҙәниәт һарайы артистарының концерт номерҙары кисәне биҙәне. Сатыр ҡунаҡтары өсөн йәнле музыка яңғыраны, бик күп өгөт-нәсихәттәр әйтелде, “Исламды беләһеңме?” викторинаһы уҙғарылды. Бөтә ошолар ҡабатланмаҫ байрам һәм еңелсә тулҡынланыу атмосфераһы бул- дырҙы. Ҡунаҡтар тәмле ашамлыҡтар-ҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, ә, иң мөһиме, рухи, тыныслыҡ һәм изгелек донъяһына ҡағыла алды.

Һис шикһеҙ, “Рамаҙан сатыры” сараһы Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға, үҙеңде үҙгәртергә, үҙ тормошоңдо һәм уның ҡиммәттәрен ҡайтанан уйлап ҡарарға ярҙам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 27 майҙан 31-енә тиклем Рамаҙан сатырында тематик кисәләр, конкурстар үтә, фильмдар күрһәтелә, “Халыҡтар дуҫлығы” кухняһы: районыбыҙҙа йәшәгән мосолман халыҡтарының (әзербайжан, ҡырғыҙ, тажик, чечен, үзбәк) берәр милли ризығы бешерелә.