27 майҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Рамаҙан сатыры асыласаҡ. Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, район мөхтәсибәте һәм мосолман общиналары ирекмәндәре йыл һайын Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһында барлыҡ миһырбанлы кешеләрҙең хәйерҙәренә әлеге шәфҡәтлелек акцияһын ойоштора.
Милләтенә, ниндәй диндә һәм нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сатыр ишеге 31 майға тиклем теләгәндәрҙең барыһы өсөн дә асыҡ буласаҡ.
Бында уларҙы үҙгәрешһеҙ ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы аласаҡтар, бик тәмле аш, йәшелсә, емеш-еләк ашатасаҡтар, сәй эсерәсәктәр. Сатырҙа һәр ваҡыт шатлыҡлы, бер-береңде аңлау һәм бер-береңә ҡарата изгелеклелек атмосфераһы хөкөм һөрәсәк.
Мосолмандар өсөн күмәкләп ифтар ҡылыу – ул көн оҙоно ризыҡтан тыйылып торғандан һуң ашау ғына түгел, ә быны мосолман ҡәр-ҙәштәре менән берләшеүҙән айырыуса шатлыҡ кисереү, яңы танышлыҡтар булдырыу һәм рухи белемдәре менән алмашыныу, аралашыу мөмкинлеге лә. Район мәсеттәре имамдары, Өфө ҡалаһынан килгән мәҙрәсә мөғәллимдәре был көндәрҙә ислам, ураҙаның өҫтөнлөктәре тураһында лекциялар һәм әңгәмәләр уҙғарасаҡ, бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк.
Мәсетле районы мөхтәсибәте барығыҙҙы ла ситтә ҡалмаҫҡа өндәй.
“Рамаҙан сатыры” акцияһына үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр Наил хажи исемендәге мәсеткә йәки 8-963-144-82-42 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Мәсетле районы имам-мөхтәсибе.