Түбәнге Бобин ауылында купель ойошторолғайны. Әҙерләнгән мәке, төшөү урыны һәм кәртәләр уңайлы булғанлыҡтан, кешеләр һаны күп булһа ла, һыу инеүҙе ойоштороуҙа проблемалар булманы. Сумып сығыусылар өсөн сисенеп-кейенеү өсөн палаткалар ҡоролғайны, шунда уҡ эҫе сәй бирҙеләр.
Крещение төнөндә мәкегә етмешләгән кеше сумып сыҡты. 19 ғинуарҙа тағы ла һик-һән кеше һыу инде. Граждандарҙың хәүеф-һеҙлеге өсөн тиҙ ярҙам бригадаһы, МЧС һәм полиция, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежурлығы ойошторолғайны. Бәхеткә күрә, бер кемгә лә ярҙам кәрәкмәне һәм сара ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ генә үтеп китте.
– Тәьҫораттар иҫ китмәле, әлбиттә! Беренсе тапҡыр сумам, шуға күрә ахырғаса ҡурҡыныс булды! Ә инде һыуҙан сыҡҡас, үҙемде ҡайтанан тыуғандай хис иттем, – тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән купелдә ҡойоноусы Кристина Крючкова.