Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
27 Август 2018, 17:16

Ҡорғаттар мәсетле булды

23 августа Ҡорғат ауылында иҫтәлекле һәм көтөп алын-ған ваҡиға булды – мәсет асылды. Тантанаға ауыл хал-ҡы һәм күптән инде унан ситкә сығып киткәндәр йыйылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы был ҙур ваҡиға менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡотланы. Ул Ҡорғатта халыҡтың тырышлығын, өйҙәрен ремонтлап тороуҙарын, ауылдарын төҙөк тотоуҙарын билдәләне. Хакимиәт башлығы урынбаҫарының фекеренсә, Ҡорғат – ҡунаҡсыл кешеләр йәшәгән ауыл, шунлыҡтан бында килеүе лә күңелле.

Ҡорғаттарҙы Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Закирйән Ғатауллин менән Мәсетле районы татарҙары конгресы төбәк бүлексәһенең дин мәсьәләләре буйынса рәйес урынбаҫары Радик Вәлиев, имам-мөхтәсиб Азамат хәҙрәт Вәлиев һәм бик күп хөрмәтле кешеләр ҡотланы.

Абруйлы ҡунаҡтарҙың телмәрҙәренән һуң таҫманы киҫеү тантанаһы үтте. Был хөрмәт Гөлназ Ҡадирова менән райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиевҡа күрһәтелде. Артабан мосолмандар мәсеткә үтте һәм намаҙ уҡыны.

Иман йорто 2007 йылдан бирле буш торған элекке медпункт бинаһында урынлаш-ҡан. Мәсет ауылдың имамы Рәүил Әбдрәхимов, ауылда йәшәүселәр Рәйфә Ғиниәтуллина менән Әлфирә Ғәлимйәнова башланғысы менән асылды. “Беҙ мәсет төҙөргә күптән йыйына инек. Был эшкә өсөнсө тапҡыр тотонғандан һуң ғына килтереп сығарҙыҡ, – ти Ҡор-ғат ауыл биләмәһе башлығы Илнур Кашапов, – медпункт бинаһы янындағы ер ташландыҡҡа әйләнде, сүп үләндәре баҫа башланы. Ауыл халҡы уны таҙартты, мәсет асыу өсөн кәрәкле сумманы йыйҙы”. Хакимиәт башлығы дөйөм эштә үҙе лә ҡатнашҡан. Сүп-сарҙы сығарыуҙа Ринат Шакирйәнов ярҙам иткән.

Мәсет бинаһының ҡыйығын ремонтлау өсөн 46 мең һум талап ителгән, манараһын төҙөүгә – 7 мең. Ике яҡтан күтәрмә эшләнгән. Ағартыу, буяу эштәрен ауыл халҡы үҙҙәре башҡарған. Эштәр ике ай дауам иткән. Барлығы 75 мең һум аҡса сарыф ителгән. Келәм һәм һауыт-һабаны ла ҡор-ғаттар бүләк иткән. Тәхәүетдиновтар ковролин алып биргән. Раил Тәхәүетдинов үҙ пилорамаһынан пиломатериалдар килтергән.

Тантаналы өлөштән һуң ауыл халҡы башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн тәмле былау, аш, ҡамыр аҙыҡтары менән өҫтәл әҙерләнгәйне. Аш һәм былау өсөн итте Анфиса Зиялетдинова менән Рәүил Хажиев биргән.


Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.