Аллаһ Тәғәлә уға тәүҙә Исмәғил исемле улын ҡорбан итергә бойора, һуңынан, уның Аллаһ әмерен үтәргә әҙер булыуын күргәс, улы урынына һарыҡ салырға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «һәм Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ» («Сафтарҙа тороусылар» сүрәһе. 37:107 аят), һәм кешеләр ҙә бөтөн Аллаһ әмерен үтәп, Ибраһим пәйғәмбәргә эйәреп, ошо ҡорбан салыуҙары менән Аллаһҡа үҙҙәренең буйһоноуын, Аллаһ өсөн ҙур ҡорбандарға әҙер булыу- ҙарын күрһәтә. Был ғәмәлдең исеме үк уның ниндәй ғибәҙәт булыуын күрһәтеп тора.
Нәҡ ошо ваҡиғаларға бәйле лә инде Ҡорбан ғәйете.
21 августа иртә таңдан райондың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙҙары яңғыраны. Ул традиция буйынса вәғәз уҡыу-ҙан башланды. ”Наил хажи” исемендәге мәсеттә уны имам-мөхтәсиб Азамат хәҙрәт Вәлиев башҡарҙы.
Район үҙәгендә урынлашҡан үҙәк мәсеттә йыйылыусылар алдында Әнис хәҙрәт Ҡазиханов байрам намаҙы уҡыны. Ул хаж ҡылыуҙың килеп сығыуы тураһында бәйән итте. Хаж ҡылыу Ҡорбан ғәйете менән тамамлана. Ислам дине ҡанундары буйынса һәр дини мосолман ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла Сәүд Ғәрәбстанының ғәрәптәр ерендә урынлашҡан мосолмандар-ҙың изге урыны Мәккәгә хаж ҡылырға тейеш. Тәүлек дауамында мосолмандар ошо изге тау эргәһендә доға уҡый.
Әнис хәҙрәт Ҡазиханов “ҡорбан” салыу йолаһының килеп сығышын һәм мәғәнәһен аңлатты. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Ҡорбан ғәйетенә ҡағылған хәҙистәрендә был байрамдың илаһи ихтыяры менән барлыҡҡа килеүен әйтә. “Ҡорбан көнөн байрам итеп билдәләп үтеү миңә әмер ителде. Уны был өммәт өсөн Аллаһ байрам ҡылмыштыр”, – тигән ул.
Изге урындарҙа, изге йорт- тарҙа осрашып, күрешеп, мосолман ҡәрҙәшлек элемтәләрен нығытып ала, намаҙ уҡый, ҡорбан сала.
Ҡорбан байрамы көнөндә бар мосолмандарҙың йөрәк-күңеле дуҫлыҡ, туғанлыҡ, һөйөү, хөрмәт, ҡыҙғаныу, бер-береңә булышлыҡ итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тула. Был көндө нәфрәт үә асыуҙар юҡҡа сыға, дошманлыҡ һәм үпкә хистәре бөтә. Барыбыҙ өсөн дә тәбрик үә тәшрик көндәр был.
Вәжибте шулайыраҡ аңлар кәрәк: хәлеңдән килә икән, бурысҡа батмай ғына сал. Мөмкинлегең юҡ икән, инша Аллаһ, Аллаһ Тәғәлә насип итһә киләһе йылға ҡала инде. Был – изге йола. Исламдағы боронғо күпселек бабаларыбыҙҙың берҙәм фекеренсә, ҡорбан салыу –вәжиб (үтәлергә тейеш) ғәмәл-ғибәҙәт. Мосафир (юлда, сәфәрҙә булыусы), аҡылға һай кешегә, ҡолға һәм балиғ булмаған балаларға вәжиб түгел. Вәжиб – мәжбүри түгел.