“Страстотерпец” – изгелек дәрәжәһенең береһе. Ул дин ҡанундарын үтәү өсөн үлем ҡабул иткән (бигерәк тә диндәше ҡулынан) изге кеше. Батырлыҡтың мөһим өлөшө – яфа сигеүсенең яфалаусыға ҡарата асыу тотмауы һәм ҡарышмауы.
Батша ғаиләһе Аллаға ышанып йәшәй. Николай II батшалыҡ иткән осорҙа сиркәүҙәр һәм мо-настырҙар һаны күпкә арта, изге кешеләр данлана башлай. Ул идара иткән осорҙа Рәсәй бөйөк державаға әйләнә. Һәм 1917 йылдың февралендә түңкәрелеш осоро башланғас, батшаның иң яҡын кешеләре лә, тәхеттән баш тартыу – Рәсәйҙе ҡотҡарасаҡ, ти. “Рәсәй өсөн мин барыһына ла риза. Шуға күрә тәхеттән баш тартам”, – тип телеграмма ебәрә Дума рәйесенә батша.
Тиҙҙән батша ҡулға алына һәм 1919 йылдың 17 июленә ҡарата төндә бер ниндәй ғәйептәре булмаған кешеләр яуыздарса үлтерелә. Улар араһында бер бала һәм дүрт йәш ҡыҙ була. Был үҙе үк ҡот осҡос енәйәт.
* Аралашҡанда әҙәпле һәм һаҡ булыу зарур. Һөҙөмтәлә иң ауыр маҡсаттар ҙа еңел тормошҡа ашырылыр, бикле ишектәр асылыр. Йомшаҡ һүҙ күңелде рәхәтләндерә. Ихласлыҡ ҡиммәтле бүләктәрҙән ҙурыраҡ шатлыҡ килтерә. Асыҡ йөҙ һәм ябайлыҡ – дуҫлыҡ, мөхәббәт дәлиле. Шуның өсөн, кем булһағыҙ ҙа булығыҙ, әҙәм балалары менән әҙәпле аралашығыҙ. Мөләйемлеккә, ихласлыҡҡа ынтылығыҙ.
* Күңелһеҙләнгәндә, асыулы ваҡытта кеше менән һөйләшмәй тороғоҙ, ҡыҙыу-лығығыҙ һүрелгәнсе сабыр итегеҙ. Башҡаларҙың кәмселектәрен ғәфү итегеҙ, һәр саҡ фекерле, иғтибарлы булығыҙ. Был – тәрбиәлелек билдәһе.
* Кешеләргә ҡатнашмай ситтә тормағыҙ, кем осраһа ла, уның менән һөйләшеп, дуҫлыҡ мөнәсәбәте күрһәтегеҙ. Һәр эштә ғәҙел, хаҡ фекерле, раҫ һүҙле, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ.
* Кешеләрҙең уҫаллығына ҡаршы яҡшылыҡ итегеҙ, күркәмлеккә ҙурыраҡ изгелек менән яуап бирегеҙ. Башҡаларға күр-һәтәсәк мөнәсәбәт улар теләгәндән һәйбәтерәк булырға тейеш.
* Үҙегеҙҙән кеселәрҙе түбән күрмәгеҙ. Аҡылығыҙ, байлығығыҙ менән маҡтанмағыҙ. Үҙ баһағыҙҙы, шулай уҡ башҡалар-ҙың мәртәбәһен яҡшы белеп, күркәм аралашығыҙ. Бер бөйөк заттың “Барыһы ла яҡшы, беҙ яман” тигән һүҙенән ғибрәт алығыҙ.
* Халыҡ хаҡында яҡшы фекерҙә булығыҙ. Изге эштәр тураһында ғына һөйләгеҙ. Ямандарын йәшерегеҙ, таратмағыҙ. Үлгәндәрҙең изгелектәрен генә иҫкә алығыҙ. Кешеләр менән аралашыуығыҙ яҡшы бул-һын. Донъялыҡта һеҙҙе һөйһөндәр, баҡыйлыҡҡа күскәс, юҡһынһындар.
* Ярҙам күрһәтеүҙең тейешле ваҡыттары бар. Башҡа мәлдә һис кем бүтәндәрҙән булышлыҡ көтмәһен. Кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малына өмөт итмәгеҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ.
* Антығыҙға тоғро булығыҙ. Вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Дуҫтарығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы-шатлығын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмағанды уларға эшләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ ошондай нигеҙҙә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшылыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр.
* Халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн үткәргән ваҡытығыҙҙы юғалтыу тип иҫәпләмәгеҙ: баш- ҡаларҙы һөйөү, уларға ярҙам күрһәтеү – бөйөклөк, кешелеклелек билдәһе.
(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың