Биш кис дауамында намаҙҙар уҡылды, ифтарҙар (киске ашау) уҙғарылды. “Рамаҙан сатыры”на көн һайын күрше райондарҙан имамдар килде. Шулай уҡ БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге Рамаҙан айына бағышланған байрам концерты ойошторҙо, “Наил хажи” мәсетенең 20 йыллығына арнал-ған “Мөнәжәттәр” конкурсы үтте.
Сараның һуңғы көнөнә Асҡын, Краснокама, Ҡалтасы райондарынан имам-мөхтәсибтәр һәм Төркиәнән ҡөрьән-хафиздар саҡырылғайны. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһын да республика мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ҡотланы.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әүҙем эшләгән һәм исламдың рухи һәм әхлаҡи нигеҙҙәрен тергеҙеүҙә, йәмғиәттә социаль тотороҡлоҡто һаҡлау-ҙа, үҙ-ара ихтирамды нығытыу-ҙа һәм милләт-ара һәм конфессия-ара өлкәлә толерантлыҡты үҫтереүҙә, халыҡтар араһындағы тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыуҙағы ҙур хеҙмәттәре, үҙҙәренең юғары бурыстарына тоғролоҡтары өсөн район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға һәм район хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Гөлназ Ҡадироваға рәхмәт белдерҙе.
“Рамаҙан сатыры” барышында беҙҙең тирмәлә һәм өҫтәл янында ҡунаҡтар күп булды. Беҙ эҫе былау, татлы емештәр ашаныҡ, изге Ҡөрьәнде уҡыныҡ, тормош тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Диндәштәре менән бергә булырға теләгәндәр ҙә, хәҡиҡәткә тәүге аҙым– үҙ ғүмерҙәрендәге иң мөһим аҙымды яһарға тәүәкәлләгәндәр ҙә, йәки былай ғына, беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһы- ныусылар ҙа – барыһы ла беҙҙең сатырҙа урын тапты. Ә беҙ хәлебеҙҙән килгәндең барыһын уҡ булмаһа ла, Рамаҙан айы тап шул табыныу айы бул-һын өсөн бик күп нәмәләр эшләнек.
Беҙ – ул мөхтәсибәт һәм дин тотоусы мосолмандар, ул Мәсетле районы хакимиәте һәм хакимиәт башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин үҙе, ул күп кенә ойошмалар етәкселәре һәм эшҡыуарҙар – барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт һәм доғаларыбыҙ һеҙҙең өсөн. Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына әжерен ҡайтарһын!
Беҙ нимә эшләргә, нисек эшләргә һәм ни өсөн икәнлеген күрһәттек. Ә артабан… Һәр кем үҙ юлын үҙе билдәләргә тейештер, тип уйлайым. Усаҡтағы ут һүмәһен өсөн даими утын өҫтәп торорға кәрәккән кеүек, эскерһеҙ ышаныу йылыһын һаҡлау өсөн дә ниәттәр һәм ғәмәлдәр кәрәк. Ифтар ойоштороуҙа ярҙам тәҡдим итеү, үҙең менән ашамлыҡтар-ҙан нимә лә булһа алып килеү, ураҙа тотоусыны өйөңә саҡырып ашатыу – табыныу ысулдары күп, һәм уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн Аллаһы Тәғәлә күп тапҡырҙар һәм тулыһынса үҙ шәфҡәтен күрһәтәсәк. Ә иң мөһиме – йылдың ҡалған 11 айында ла ураҙалағы кеүек йәшәү. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән һәм һеҙҙән ураҙабыҙҙы һәм изге эштәребеҙҙе ҡабул итһен, Аллаһынан ҡурҡыуыбыҙҙы, ниәттәребеҙҙең сафлығын һәм сабырлығыбыҙҙы баһалаһын. Барыбыҙға ла тыныслыҡ һәм ике донъяла ла бәхет насип итһен! Амин!
Мәсетле районы имам-мөхтәсибе.
Райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиевтың инициативаһы менән Мәсетле районы “Рамаҙан сатыры”н уҙғарыу буйынса Башҡортостан Республикаһында новатор булды.
Район мөхтәсибәте инициативаһы буйынса икенсе йыл инде Ураҙа ғәйетен билдәләгән көндө балалар өсөн байрам ойошторола. 15 июндә Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында кеше күп булды. Сара йәш мәсетлеләрҙең Ҡөрьән уҡыуынан башланды. Унда ҡатнашыусылар мосолмандарҙың традицион диненә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, үҙ белемдәрен күрһәтә алды. Шунан балаларҙы тәмле туңдырма, бисквитлы бәлештәр, татлы мамыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйланылар. Балалар тын тултырыл-ған батутта бик теләп күңел асты. Былар барыһы ла бушлай булды – район мөхтәсибәтенә һәм бағыусыларына рәхмәт.