Йыланыш ауылы мәсете. А. Шарапова фотоһы.
Аллаһ Тәғәлә ғәләмдәрҙе һәм кешене бар иткән, һәм Ул быны ҙур аҡыл, хикмәт, ҙур һөйөү менән эшләгән. Кем бар итә, шул ҡулланма яҙа. Бына ошо “кешегә ҡулланма” (инструкция) инде ул дин. Юҡтан бар итеүсе Аллаһҡа ғына билдәле бит беҙҙең борсоу, теләктәребеҙ, яҡшы һәм яман яҡтарыбыҙ. Дин – ул беҙҙең тормош ҡанундары (закондары), Аллаһтың бойороу һәм тыйыуҙары, беҙҙең ҡылған ғәмәлдәребеҙҙең нәтижәһе тураһында киҫәтеү, беҙҙе тормошта һәм үлгәндән һуң да ни көтәһен аңлатыу. Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын һәм күрһәтмәләрен ҡабул итеү – тәбиғи хәл, сөнки был беҙгә кәрәк, ә бар итеүсегә түгел. Диндең маҡсаты – әҙәм балаһын бәхетле итеү, уны ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу. Аллаһы Тәғәлә был юлда кешегә аҡыл һәм һайлау мөмкинлеге биргән. “Кеше ни өсөн бар ителгән? Уның юғары маҡсаты нимәлә? Тормош мәғәнәһе ниҙән тора?” – ошо һорауҙарға яуап бирә дин.
Ысынлап та, кеше, тормош тәжрибәһенән йәки донъяуи ғилеменән (ниндәй генә тәрән булыуына ҡарамаҫтан) алып ҡына, был һорау- ҙарға яуап бирә алмай. Хатта, ниндәй ғәмәл – яҡшы, ҡайһыһы – яман икәнен дә намыҫына таянып ҡына билдәләй алмай (һәр кем, яман эш ҡылғандан һуң, үҙен төрлө сәбәптәр һәм хәлдәр аша аҡларға тырыша), күпселеккә таяныу ҙа ярҙам итмәй. “Байлыҡ туплау” ҙа тормош маҡсаты була алмай – кем әле үҙе менән малын алып китә алған? Нәҫеленә лә бәхет килтермәй бит әле ул үҙе тапмаған мал. Унан һуң, донъяла күпме иң бай кешеләр, малдары сиктән ашҡандан һуң, тормош маҡсатын таба алмаған.
Дин – ул тура юл: уңышҡа, бәхеткә. “Диндә көсләү юҡ. Тура юл аҙашыуҙан айырылды инде”, – ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә (2:256). Был – кешегә һайлауға хоҡуҡ бирелеүен аңлата: уға тура юлдан барырғамы, әллә юлһыҙ аҙашырғамы. Һәр хәлдә, юлдан барыу-сы юл ҡағиҙәләрен белергә тейеш. Бына ошо юл ҡағиҙәләре инде ул – дин.
Дин, иң беренсе, Аллаһ Тәғәләгә иман килтереүҙе талап итә. “Дөрөҫлөктә, күктәрҙе һәм ерҙе яратыуҙа, төн менән көндөң алмашыныуында аҡыл эйәләре өсөн (Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, ҡөҙрәтенең һәм ғилеменең камиллығына) ғәләмәттәр бар”, - ти Аллаһ (3:190). “Аллаһтың күк-тәрҙе һәм ерҙе яратыуында, телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуында ғилем эйәләре өсөн оло ғибрәттәр бар” (30:22). Иман – ул ҡоро тәғлимәт кенә түгел. Иман – ул йәшәү рәүеше. Аллаһтың бойороҡ һәм тыйыуҙарын (дин нигеҙҙәрен) һәм уларҙы үтәү рәүештәрен белмәйсә, Аллаһтың ризалығына һәм рәхмәтенә, йәғни бәхеткә ынтылыу бик ҡыйын. “Бишектән ләхеткәсә белем эстәгеҙ” тигән Мөхәммәт (Аллаһтың маҡтау-ҙары һәм сәләме булһын. Салләллаһү ғәләйһи вә сәлләм).
Кешене бар итеүҙең маҡсаты
“Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе бары тик үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым”, – ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә (51:56).
Нимә һуң ул ғибәҙәт? Был – намаҙ ғына түгел. Иң тәүгеһе, Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныу. Шулай уҡ, Аллаһ ҡәнәғәт булырлыҡ барлыҡ изге эштәр: Аллаһты иҫкә алыу, уға рәхмәтле булыу (шөкөр итеү), үтенес менән (доғалар) менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү – былар барыһы ла Аллаһты таныуҙы аңлата. Аллаһ ризалығы өсөн, йәки ысын ихласлыҡ менән эшләнгән һәр изге ғәмәл дә – ғибәҙәт: ата-әсәйеңә ихтирам, туғандарҙың хәлен белешеп тороу һәм ярҙамлашыу, күршеләргә, башҡа бөтөн кешеләргә лә иғтибарлы-ихтирамлы, ярҙамсыл булыу, хатта юлда ятҡан ташты (кешеләргә ҡыйын итмәһен тип) алып ташлау ҙа. “Әгәр ҙә ауыл әһелдәре (кешеләр) Аллаһҡа иман килтерһә һәм Аллаһтан ҡурҡһа, беҙ уларға күктән һәм ерҙән бәрәкәтте асыр инек (ваҡытында ямғырҙар яуҙырып, күп ризыҡ бирер инек)”, – ти Аллаһ (7:96).
Йән тыныслығы һатып алынмай
Был тормошта күптәр йән тыныслығы таба алмауҙан яфалана. Күп аҡса эшләһәм, йорт һалһам, машиналы булһам, балаларымды аяҡҡа баҫтырһам, башҡа донъяуи хыялдарымды тормошҡа ашырһам, тынысланырмын, тип уйлайҙар. Иртәме-һуңмы, кеше теләктәренә ирешә, әммә, ни ғәжәп, йәне тынғы тапмай. Шулай итеп, күптәр Аллаһ бүләк иткән һәр көндөң матурлығын күреү һәләтен юғалта.
Беҙ юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып уйнаусы балаларға ҡарап һоҡланабыҙ, “ғәмһеҙ бала саҡ” тибеҙ…
Шулай ҙа бала саҡ ҡына бәхетле, ҡояшлы булып, йылдар уҙған һайын кеше бәхетһеҙерәк була бара, йәне, ямғырлы-буранлы көн кеүек, тын-ғыһыҙлана барамы икән ни? Ҡайҙа була һуң күңел тыныслығы?
Йәш артҡас, сирҙәр барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә бигерәк тә йөрәк-ҡан ауырыуҙары киң таралған (табиптар әйтеүе буйынса, барлыҡ сирҙәрҙең 75 проценты). Инсульт менән инфаркт та “йәшәрә” – хатта 30-40 йәшлектәрҙе аяҡтан йыға.
Телевизор һәм радио буйынса сәғәттәр буйы дарыуҙарға рекламалар күрһәтәләр. Әммә сирҙәр сигенмәй. Намыҫлы һәм ихлас табиптар әйтеүенсә, ауырыуҙың сәбәбен табырға кәрәк.
Тамаҡ ауырыуына йыш зарланыусы сирлегә табип: “Һеҙ бик үпкәсел кеше түгелме?” – тигән һорау биргән. Ысынлап та ул бик үпкәсел кешеләрҙән булып сыҡҡан. Асыулы, уҫал кешеләрҙең бөйөрө туҙа, ауырта икән. Ә шәкәр ауырыуы, ҡалҡан биҙе эше боҙолоуы – ғаилә мөнәсәбәттәре дөрөҫ булмау-ҙан, бала һәм ата-әсә хаҡтары үтәлмәүҙән тип тә әйтәләр. Шулай итеп, һәр йән бысрағы теге йәки был юл менән беҙҙең тәнебеҙҙә, хәлебеҙҙә сағыла. Кешенең гонаһтары, ҡал-ҡыуыс кеүек, сир рәүешендә тышҡа бәреп сыға.
Йәмғиәттә тәртип һәм рухи үҫеште әхлаҡ билдәләй, ә күркәм әхлаҡ нигеҙе – дин.
Донъяуи әхлаҡ ваҡыт һәм урынына ҡарап үҙгәреп тора, әммә ислам әхлағы үҙгәрешһеҙ, сөнки ул Ҡөрьән һәм сөннәткә нигеҙләнгән. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе Үҙенең ҡанундары буйынса, тыныс һәм килешеп йәшәһендәр, ерҙә боҙоҡлоҡ ҡылмаһындар, тип яратҡан.
Әхлаҡты өйрәнеү бәлә һәм бәхет-һеҙлектәрҙең сәбәптәрен аңларға, Аллаһҡа дөрөҫ мөрәжәғәт итергә һәм шайтан зыянынан (доғалар аша) һаҡланырға өйрәтә.
40-50 йыл элек халыҡта быуаттар буйына һаҡланып килгән ололарға ҡарата ихтирам тойғоһо йәшәй ине. Ҡарттар ҙа, йәштәр ҙә ололарға хөрмәт менән ҡарауҙың нимә икәнлеген белә ине һәм уны теүәл үтәп килде. Ата-әсәләр, олатай-өләсәй-ҙәр балаларын һәм ейәндәрен ихтирамлы, иғтибарлы булырға, ололарға ярҙам итергә өйрәтә ине. Ололарҙы хөрмәт итеү, кескәйҙәрҙе һаҡлау кеүек ҡағиҙәләр быуындан-быуынға тапшырылып килгән. Әммә хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, был матур ғәҙәт онотолоп бара. Бының иң төп сәбәбе – атеистик тәрбиәлә. Дини тәрбиә алған кеше юғары әхлаҡлы, етди, баҫалҡы була. Һәр бер диндә ололарға ҡарата хөрмәт кесе йәштән тәрбиәләнә. Уҙған быуаттың һуңғы 40-50 йылында илебеҙҙә дини тәрбиә булманы. Тейешле тәрбиә алмаған балаларҙа хөрмәт итеү тойғоһо кәмене. Халыҡ тырышманы тип әйтеп булмай: балалар кейемле, туҡ, тәрбиәле ине. Балаһы мохтажлыҡ кисермәһен өсөн ата-әсәләр алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Тәрбиә биреү урынына, бала үҙе өҫтөн ҡуйылғанға шулай килеп сыҡманымы икән?
Тағы ла бер сәбәп – телевизор. Бөгөн балаларға телевизор ҙур йоғонто яһай. Баал күргәненә, ишеткәненә ышана, уны ысынбарлыҡ булараҡ ҡабул итә. Интернет фай-ҙалы мәғлүмәт алыу өсөн бик тә кәрәкле, әммә уның да кире йоғонтоһо тураһында оноторға ярамай.
Бала ата-әсәһен, олатай-өләсәйен тыңлай. Үҙ сабыйҙарын ата-әсәләр үҙҙәре тәрбиәләргә тейеш. Тәрбиәне кесе йәштән үк башларға кәрәк. “Талды йәш сағында бөгәләр”, – тиҙәрме әле.
*Ололар һинең менән һөйләшкәндә, уларҙы бүлдермә, шул саҡта аҡыллы һәм бәхетле булырһың.
*Атай-әсәйең баҫып тора икән, йәмғиәттә биләгән хәлеңә ҡарамаҫтан, һин дә баҫ, үҙеңә хөрмәт артыр.
*Әгәр ҙә дингә ҡаршы булмаһа, атай-әсәйең әйткәнде эшлә, шул ваҡытта Аллаһҡа буйһоноуҙың нимә икәнлеген аңларһың.
*Бер сәбәпһеҙ атай-әсәйеңдән алда йөрөмә – хөрмәт хаҡын аңларһың.
*Атай-әсәйеңдекенән нығыраҡ арттырма тауышыңды.
*Атай-әсәйең өндәшә икән, яуап бир – үҙеңде лә ишетерҙәр.
*Атай-әсәйеңдең хәлен белеп тор, һәм Аллаһы Тәғәлә һиңә барлыҡ юлдарҙы асыр.
*Уларҙы тыңла, йомшаҡ итеп һәм хөрмәтләп һөйләш – ҡартайғас үҙең дә шундай хөрмәт күрерһең.
*Ҙур эштәрҙе һәм оҙон сәфәр- ҙәрҙе ата-әсә фатихаһынан башлағыҙ – эштәрегеҙ ҙә, юлығыҙ ҙа ҡыуаныслы булыр.
*Олоғайған көнөңдә яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн, атай-әсәйеңде яңғыҙлыҡта ҡалдырма.
*Атай-әсәйеңдең доғаһына иреш, һәм атай-әсәйең фатихаһында йәшәрһең.