Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
1 Июнь 2018, 12:23

Рамаҙан сатыры-2018

Рухи таҙарыныу айы – Рамаҙан дауам итә. Ямғыр ерҙе туҙандан таҙартҡан кеүек, фатихалы ай беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы йыуа. Быға икеләнергә кәрәкмәй, быны Аллаһы Тәғәлә үҙе вәғәҙә иткән, ә Ул барыһын да ярлыҡай, Ул мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле.

Мәсетле районы мөхтәсибәте 4-8 июндә 19.00 сәғәттә Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә “Рамаҙан сатыры” сараһы уҙғарырға ҡарар итте.

Бында һый: ҡаҙанда бешерелгән хуш еҫле тәмле былау, емеш-еләк, яңы бешкән ҡамыр аштары, ҡайнар сәй ойоштороласаҡ. Ифтарға (ауыҙ асыр-ға) беҙ ураҙа тотоусыларҙы ғына түгел, ә теләгәндәрҙең барыһын да саҡырабыҙ. Бында биш кис дауамында намаҙҙар уҡыласаҡ, Ҡөрьән яңғыраясаҡ, шулай уҡ беҙҙең район халҡын һәм ҡунаҡтарын һорауҙарға яуап бирергә тырышасаҡбыҙ. “Рамаҙан сатырында” Үрге Ҡыйғы ауылы дини ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге, Өфөлә йәшәгән традицион исламды тотоусы яҡташтарыбыҙ, ә 8 июндә БР мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һәм Төркиәнән ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә.

Табынға һәм һыйға саҡырыу – беҙҙең Рәсәй-ҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтар мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Беҙ икмәк-тоҙло, киң күңелле кешеләр, беҙҙең өсөн ҡунаҡ – ул, ниндәй дин йәки ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотоуына ҡарамаҫтан, Аллаһ илсеһе. Ҡунаҡты һыйлап, беҙ үҙебеҙҙең ығы-зығылы тормошобоҙға тыныслыҡ һәм гармония килтерәбеҙ. Хатта шундай риүәйәттәр бар: ҡунаҡ табын эргәһендә булғанда, фәрештәләр ошо өйҙөң хужаларына табына.

Ураҙа тотоусыларҙы һыйлаған кеше тағы ла нығыраҡ бүләкләнә: “Ураҙа тотоусыны ифтар менән һыйлаған кеше ураҙа то-тоусы кеүек үк сауап аласаҡ…” Шулай булғас, әйҙәгеҙ икенсе кешене ризыҡ менән һыйлау мөмкинселегенең бәхет икәнлеген онотмайыҡ.

Шуның менән бергә, дуҫтарыңды, иптәштәреңде һәм таныштарыңды ҡунаҡ итеү, саҙаҡа таратыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә Ғәли, башҡаларҙы һыйлауҙың мөһимлегенә һәм зарурлығына күрһәтеп: “Дуҫтарымды һыйлаған бер киҫәк икмәк мохтаждарға таратылған биш киҫәк икмәктән ҡиммәтерәк”, тип әйткән тиелә.

Ҡәҙерле дуҫтар-мәсетлеләр! Ошо бәләкәй генә яҡшылыҡ өсөн дә Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур рәхмәтен алып булған мөһим ваҡытты ҡулдан ысҡындырмағыҙ, изгелек ҡылыр-ға һәм сауап алырға ашығығыҙ. Битараф булмағандарҙың барыһын да Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Рамаҙан-сатыр” уҙғарыу-ға саҡырабыҙ. Беҙгә яҡшы һүҙ, файҙалы кәңәш, тәмле ашамлыҡ, ҙур булмаған күләмдә аҡса менән – һәр төрлө ярҙамығыҙ мөһим. Килегеҙ, 8-963-144-82-42 телефоны буйынса “Наил хажи” мәсетенә шылтыратығыҙ.

Былтырғы кеүек үк быйыл да балалар өсөн байрам ойоштороласаҡ, унда йәш мәсетлеләрҙе Ҡөрьәнде яттан һөйләү буйынса, ислам темаһына рәсемдәр һәм ҡул эштәре конкурстары (еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк), шулай уҡ мауыҡ- тырғыс уйындар һәм күңел асыуҙар көтә. 15 июндә сәғәт 11-ҙә барлыҡ милләт һәм диндәге балалар һәм ата-әсәләрҙе үҙәк майҙан- ға саҡырабыҙ!

Еребеҙҙә һәм йөрәктәребеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ булһын! Изге эштәребеҙҙә Хоҙай Тәғәлә ярҙам итһен һәм килешмәгән эштәрҙән аралаһын! Ҡылған изгелектәребеҙ, мәрхәмәттәребеҙ һәм ышанысыбыҙҙың әжере итеп беҙгә именлек бирһен! Амин!

Азамат ВӘЛИЕВ,

Мәсетле районы имам-мөхтәсибе.