Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
11 Май 2018, 12:31

Изге ай башлана

16 майҙа Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан – мосолман календары буйынса (һижри йыл менән) йылдың 9-сы айы. Был изге айҙа мосолмандар ураҙа тота. Ураҙа (ғәрәпсә “сыям”) – Аллаһ ризалығы өсөн, иртәнге таңдан алып кис ҡояш байығанға ҡәҙәр, ашау-эсеү һәм енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу. Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе – беренсенән, Ҡөрьән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә хаҡты эҙләү һәм дөрөҫтө ялғандан айырыу өсөн ебәрелгән, икенсенән, был айҙа изге Ҡәҙер кисе бар (Әл-Ҡәҙер сүрәһе), өсөнсөнән, Аллаһы Тәғәлә Үҙе был айҙың дәрәжәһен күтәргән һәм был айҙа ҡылынған изгелектәр-ҙең сауабын күпкә арттыра, дүртенсенән, был айҙа һәр кешенең алдағы йылға тәҡдире төшөрөлә.

“Рамаҙан – бөйөк ай. Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар. Фәрештәләр һәр кис саҡырырҙар: “Эй, изгелек теләүселәр, күберәк ғәмәлдәр ҡылығыҙ! Эй, яман ғәмәлдәр теләүселәр, был уйығыҙҙан баш тартығыҙ, боҙоҡлоғоғоҙҙо кәметегеҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул шулай уҡ әйткән: ”Ҡәҙерле һәм бөйөк Аллаһ әйткән: “Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә үҙе өсөн (эшләнә), ураҙанан башҡаһы, ысынында, ураҙаны Минең өсөн генә (тоталар), һәм Мин тулыһы менән бүләкләрмен”. “Ураҙа тотоу-сының ике шатлығы булыр: ауыҙ асҡанда һәм Раббыһы менән осрашҡас, бүләкләнгәндә”.

Ураҙа тотоусы бүләген (әжер-сауабын) тулыһы менән аласаҡ, ә ул шундай булыр, уны хатта күҙ алдына килтереп тә, иҫәпләп сығарып та булмаҫ: “Кешеләр белмәй, улар эшләгән өсөн бүләк итеп ниндәй рәхәтлектәр йәшерелгәнен”, “Ысынында, сабырҙар үҙҙәренең бүләген тулыһы менән һәм иҫәпһеҙ алырҙар”, – ти Аллаһы Тәғәлә. Ураҙа тотоусының быға хаҡы бар, сөнки ул ураҙаны бер Аллаһ өсөн генә тота.

Йәннәттең 8 ишегенең береһе Раййан исемле. Был ишектән ураҙа тотоусыларҙан башҡаһы кермәҫ. “Ураҙа тотоусылар ҡай-ҙа?” – тип саҡырылыр кешеләр.

Рамаҙанда ураҙа тотоу – бурыс һәм уның өсөн бик ҙур бүләк. Сөнки был – кешеләрҙе юҡтан бар итеүсе, уларға аҡыл, сәләмәтлек, тормош биреүсе һәм уларҙы ризыҡландырып тороусы Аллаһтың бойороғо. “Эй, иман килтереүселәр! Һеҙгә ураҙа тотоу бойоролдо, һеҙгә ҡәҙәр йәшәп киткән кешеләргә бойоролған кеүек үк. Бәлки, һеҙ Аллаһтан ҡурҡыр-һығыҙ (һаҡланырһығыҙ)”, – ти Аллаһы Тәғәлә. Һаҡланырға, әлбиттә, иң элек Йәһәннәм утынан. “Кем дә кем Аллаһ юлында бер генә көн булһа ла ураҙа тотһа, Аллаһ шуны Йәһәннәм утынан 70 йыллыҡ юлға йырағайтыр”, – тигән Аллаһтың пәйғәмбәре (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). “Һәр әйберҙең таҙартыу ысулы бар, ә беҙҙең тәнде таҙартыусы – ураҙа”, – тигән ул шулай уҡ.

Хәҙерге табиптар әйтеүенсә, ураҙа тотоусы кешенең организмынан артыҡ тоҙҙар һәм башҡа зыянлы нәмәләр сығарыла. Кеше күп төрлө ауырыуҙарҙан ҡотола. Шуның өсөн Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Ураҙа тотоғоҙ, сәләмәт булыр-һығыҙ!” Һуңғы медицина тикшереүҙәре күрһәтеүе буйынса, ураҙала организм етешмәгән витаминдарҙы үҙе булдыра һәм йәшәрә икән.

Быларҙан тыш, ураҙа кешене гонаһтарҙан һаҡлай. “Кем үҙен яман һүҙҙәрҙән һәм насар ғәмәлдәрҙән һаҡламай икән, уның ашамау-эсмәүенең Аллаһҡа кәрәге юҡ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ошо бөтә килтерелгән миҫалдарҙан һуң, ни сәбәп менән ураҙа тотмаҫҡа мөмкин?!


Ураҙаның тәртибе

Иртәнге ашау (сәхәрҙе) таң ата башлағансы туҡтатырға кәрәк, йәғни яҡынса ҡояш сығыуҙан 2 сәғәт алда. Ғәҙәттә, мосолмандар аҙанға ҡарап етәкселек итә. Аҙан иртәнге намаҙ ваҡыты етеүен һәм сәхәр ваҡытының сығыуын белдерә. “Әгәр намаҙға саҡырыуҙы (аҙанды) ишетһәгеҙ, һәм был ваҡытта ҡулығыҙҙа һыу йәки ризыҡ һалынғын һауыт булһа, башта эсеп йәки ашап бөтөгөҙ. Унан һуң ғына һауытығыҙҙы ҡуйығыҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм).

Ислам – илаһи дин, һәм унда ҡатылыҡ юҡ: “Аллаһ кешеләргә ауырлыҡ теләмәй, бары тик еңеллек теләй”.

Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) (ахшам – мәғриб) намаҙына ҡәҙәр финик менән, әгәр ул булмаһа, таҙа һыу менән ифтар ҡылған (ауыҙ асҡан), шунан һуң ғына намаҙ үтәгән.

Әгәр ҙә кеше яңылыштан, онотолоп, ашаһа йәки эсһә, уның ураҙаһы боҙолмай. “Аллаһ үҙе ашатҡан-эсергән”, – тигән Мөхәммәд(саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм).


Ифтар (ауыҙ асыу)

“Ифтар” ғәрәпсәнән “асырға, башларға” тигәнде аңлата, – ҡояш байығас ашау (беҙҙең халыҡта “Ауыҙ асыу”). Беҙҙең күпселек ауыл халҡы түбән, уйһыу урындарҙа йәшәй, ә ҡала халҡы иһә – бейек өйҙәр араһында. Шуға күрә, улар ҡояштың ҡасан байығанын күрмәҫкә мөмкин. Бындай осраҡта Мөхәммәд(саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Әгәр күк йөҙө көнсығышта ҡараңғыланып, көнбайышта иһә әле яҡты булһа, әммә ҡояш инде күренмәһә, ураҙа тотоусы ашай башлай ала”. Болотло көндәрҙә ҡояш байығанда көнсығыш яғындағы болоттар күгәреп китә, ә көнбайыштағы болоттар әҙерәк ҡояш нурҙарын сағылдырыр. Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡояш байығандан һуң сәбәпһеҙ ашауҙы ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр кисектереүҙе тыйған: ”Ифтар менән ашыҡһалар, кешеләр изгелек һәм яҡшы эштәрҙән айырылмаҫтар”.

Ифтарҙы ут теймәгән бөтә төр ризыҡтан да башларға мөмкин. Иң хәйерлеһе – финик, башҡа төрлө емештәр, таҙа һыу. Беҙҙең халыҡта ашауҙы тоҙҙан башлау ғәҙәте бар. Был ислам шәриғәтенә тап килмәй (ул ғәҙәт тоҙ юҡ саҡтарҙан ҡалған: иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы тоҙ менән һыйлағандар).

Беҙҙең халыҡтарҙа аштар уҙғарып, Ҡөрьән уҡытыу, әрүахтарҙы иҫкә алыу ғәҙәте бар. Әммә беҙ быны башҡа диндәргә эйәреп эшләйбеҙ. Был беҙҙең шәриғәткә (ислам ҡанундарына) һәм Әбү Хәнифә мәзхәбе (географик урынлашыуыбыҙ менән беҙ шул мәзхәбкә керәбеҙ) тура килмәй.

Шулай итеп, беҙ тыйылғанды эшләйбеҙ, ә ҡушылғанды эшләмәйбеҙ килеп сыға.

Әгәр ҙә Ҡөрьән уҡырға, әрүахтарыбыҙҙы иҫкә алырға теләйбеҙ икән, быны бит шәриғәтебеҙ буйынса эшләргә мөмкин: Рамаҙан айында ифтар уҙғарырға, йәки Ҡорбан ғәйетендә ҡорбан салып, аштар уҙғарырға.

Рамаҙан аҙағында – оло мосолман байрамы – Ғәйет әл-Фитр (Ураҙа ғәйете). Ул 3 көн дауам итә. Был байрамда һәр мосолмандың бурысы – фытыр саҙаҡаһын түләү. Ул меҫкендәргә, ярлылар- ға, етемдәргә, Аллаһы юлындағыларға (белем алыусылар, йәш хәҙрәттәр), юлсыларға таратыла. Был ҙур байрамды улар ҙа ҡыуанып билдәләһен өсөн шулай эшләнә.

Зифа БУДИМИРОВА

әҙерләне.