Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дин
26 Февраль 2018, 17:37

Башланғыс – дини ғилемдә

Беҙҙең республикала инде күп йылдар Башҡортостан мөслимәләр ойошмаһы эшләй. Беҙҙең районда ла йәмәғәтселекте ошо эшкә әүҙем йәлеп итеү ихтыяжы өлгөрөп етте.

2015 йыл башында район китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышы үтте. Унда Өфө “Ихлас” мәсете янындағы “Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе” етәксеһе Фатима ханым Фәтҡуллина ла ҡатнашты.

Ошо йыйылышта “Башҡорт-остан мөслимәләр ойошмаһы”ның район бүлексәһе ойошторолдо, һигеҙ кешенән актив һайланып, Зифа Будимирова етәксеһе итеп билдәләнде.

Ҡатын-ҡыҙҙарға йәш буйынса рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, динде аңлатыу маҡсатында 2015-2016 йылдарҙа беҙ райондың бөтә ҙур ауылдарын: Абдулла, Ләмәҙтамаҡ, Йонос, Яңы Мишәр, Яуыш, Мөслим, Дыуан-Мәсетле, Теләш, Тайыш, Айып, Әбдрәхим, Тәкә, Оло Аҡа, Һөләймәнде йөрөп сыҡтыҡ.

2013 йылдан уҡ район үҙәгендәге Мәктәп урамындағы мәсеттә ҡатын-ҡыҙҙарға дин ғилемдәрен биреү дәрестәре алып барыла ине. 2015 йылдан ауылдарҙан да килеп белем алдылар. Былтырҙан иһә мөғәллимәләр ауылдарға (Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ, ғинуарҙан – Оло Аҡа) йөрөп, дәрестәр бирә башланы. Мәсеттә балаларға ла белем биреү мөмкинлеге бар. Балаларҙы уҡытыу, йәйге ялын ойоштороу өсөн мөғәллимәләр М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла махсус курс үтте.

Ойошма программаһына ярашлы, район дауаханаһында шаршамбы көндәрендә рухи һәм психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ауырыуҙар менән осрашыуҙар уҙғарыла.

Республикала ҡатын-ҡыҙҙар араһында аңлатыу эшенә ҙур иғтибар бүленә. Өфөнөң “Ихлас” мәсетендә йылына дүрт тапҡыр семинарҙар ойошторола, унда ҡатын-ҡыҙҙар ғилем ала, йәшәй, аралаша. Беҙҙең райондан да ул семинарҙарҙа ҡатнашыусылар булды. Сираттағы семинар 21 – 26 мартта уҙғарыла, теләгән һәр ҡатын-ҡыҙ бара ала. Шулай уҡ семинарҙар Ҡыйғы районында ла уҙғарыла, унда ла теләгәндәргә юл асыҡ.

Һәр аҡылға эйә кеше донъяға ни өсөн килеүе тураһында уй йөрөтә. Беҙ үҙ аҡылыбыҙ менән ул һорауға яуап бирә алмайбыҙ – белеүсе бер Аллаһ. Шуға күрә Ул беҙгә тормош ҡанундарын (закондарын) биргән. Ошо ҡанундарға эйәреп, тормошта бәхеткә ирешә, бәләләр-ҙән азат була алабыҙ һәм алда беҙҙе ни көтөүен беләбеҙ. Ошо ҡанундар инде ул – дин, Аллаһтың бойороҡ һәм тыйыу-ҙары.

Йәмғиәттең тормош кимәле көндән-көн үҫә, ә бына әхлаҡ шул уҡ тиҙлек менән түбән тәгәрәй. Бөйөк педагог һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин: “Иң элек әхлаҡ, унан дин, шунан халыҡ үҙе юҡҡа сыға”, – тип әйткән.

Бөгөнгө көндә йәмғиәтебеҙҙең төп маҡсаты –физик һәм әхлаҡи тәрбиә. Тыуған илгә, кешеләргә һөйөү, ата-әсәгә, ололарға ихтирам тәрбиәләү.

Хөкүмәт үҙе дини тәрбиә биреү мәсьәләһен күтәрҙе: 4-5 кластарҙа уҡытыу программаһына дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре инә, уға ислам мәҙәниәте лә керә (6 фәндән ата-әсәләр үҙҙәре һайлап ала). Ислам мәҙәниәте фәне диндең төп нигеҙҙәрен бирә.

Әйҙәгеҙ бергәләп йәмғиәтебеҙҙе, тормошобоҙҙо Аллаһ ярҙамы менән, Уға рәхмәттәр уҡып, буйһоноп һәм ялбарып, тейешле бейеклектәргә күтәрәйек. Ә башланғыс – дини ғилемдә.

Зифа БУДИМИРОВА,

Башҡортостан мөслимәләр ойошмаһының район бүлексәһе етәксеһе.




2018 йылда мосолман байрамдары

1 май – Бәрәәт кисәһе. Шәғбан айының 15-се көнөнә тура килә. Изге кисә 14-се шәғбанда ҡояш байығас та башлана. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә.

17 май – Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан айының тәүге көнөнән үк мосолмандар ураҙа тота башлай. Был уларға тәндәрен һәм йәндәрен таҙарындырырға ярҙам итә.

9 июнь – Ҡәҙер кисе. Рамаҙан айының 26-сы көнөндә байрам ителә. Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөрьән аяттары Аллаһынан ошо кистә иңдерелә башлаған тип аңлатыла. Уның изгелеге шунан килә. Был кистә изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була. Шуға күрә мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрәләр. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, доға ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу ойошторола.

15 июнь – Ураҙа байрамы. Ғәрәпсә Ғәйдел фытыр көнө тип йөрөтөлә. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң өс көн байрам ителә. Байрамдың башы Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләйҙәр.

21 август – Ғәрәфә көнө. Ҡорбан ғәйетенән алдағы көн. Мосолмандар өсөн был изге һәм мөбәрәк көн иҫәпләнә. Был көндө, йәғни Зөлхизә айының 9-сы көнөндә улар Мәккәгә Ғәрәфәт тауы итәгенә күмәкләшеп намаҙ уҡырға йөрөй торған булғандар.

22 август – Ҡорбан ғәйете. Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының 10-сы көнөнә тура килә. Ул ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс билдәләнә һәм өс көн дауам итә. Мосолмандар был көндө махсус намаҙ уҡырға һәм күңелдәрен Аллаһыға йүнәлтергә тейештәр.

11 сентябрь – Һижри иҫәбе буйынса Яңы йыл.

20 сентябрь – Ғәшүрә көнө.

7 ноябрь – Мөхәммәт пәйғәмбәр үлгән көн.

20 ноябрь – Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн.