Бөтә яңылыҡтар
Дин
25 Декабрь 2017, 15:42

Имамдар эшмәкәрлеге изге маҡсаттарға хеҙмәт итә

Беҙҙең район территорияһында йәшәгән мосолмандар традицион исламды тарата. Ә традицион исламдың законһыҙлыҡҡа, болаға һәм тәртипһеҙлеккә ҡаршы сығыш яһауы билдәле. Яҡшылыҡҡа, шәфҡәтлелеккә ышаныс исламдың төп постулаттары булып тора.

Яңыраҡ район Хакимиәтендә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дин ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы булды. Уның эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Комиссия ултырышын уның рәйесе, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова алып барҙы. Докладында ул бөтә мәсеттәрҙең дә тиерлек Юстиция министрлығында теркәлеү үтеүен, ер участкаларының теркәлеүе йәки теркәлеү этабында булыуы, күпселек имамдарҙың квалификация күтәреү курстарын үтеүе хаҡында әйтте.

Район мөхтәсибе Азамат хәҙрәт район имамдарының әлеге йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм уларҙың бөтә эшмәкәрлегенең изге маҡсаттарға хеҙмәт итеүен билдәләне.

Яҙ башында Ҡотош ауылындағы мәсеттең 111 йыллығына арналған сара иң иҫтәлекле сараларҙың береһе булды. Ә августа ошо уҡ ауылда реконструкцияланғандан һуң “Ислам нуры” мәсетен тантаналы рәүештә астылар.

Спорт менән шөғөлләнеү – йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙең яҡшы ысулы. БР мосолмандары Диниә назараты, Оло Ыҡтамаҡ ауылының урындағы дини ойошмаһы һәм район Хакимиәте апрелдә Башҡорт гимназияһында грэпплинг буйынса ADCC “Tarhan Open IV” асыҡ зональ турниры һәм волейбол буйынса ярыштар ойошторҙо, мәсетлеләр унда икенсе урын алды. Шулай уҡ уларҙың инициативаһы менән волейбол буйынса БР мосолмандары Диниә назаратының 100 йыллығына арналған ярыштар ойошторолдо.

26 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы башланды. Районда һәр мәсет ифтар уҙғарҙы, ә “Наил хажи” исемендәге үҙәк мәсеттә ул даими рәүештә үтә. Изге айҙа мәсетебеҙгә Төркиәнән ҡунаҡ килде. Апрелдә Миәкә районында күсмә пленум булды.

Район мөхтәсибәте, район Хакимиәте менән яраштырып, Рамаҙан айында “Рамаҙан сатыры” акцияһы уҙғарырға ҡарар итте. Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә ураҙа тотоусылар өсөн генә түгел, ә теләгән кешеләрҙең барыһы өсөн дә һый ойошторолдо. Шулай уҡ йәй көнө Ураҙа ғәйете хөрмәтенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Һабантуй” уҙғарҙылар. Йәштәр үҙәгенең профилле лагерында үҫмерҙәр менән осрашыу ойошторолдо. Волейбол, футбол уйнанылар, кисен былау бешереп, дуҫтарса аралаштылар. Ҡорбан ғәйете хөрмәтенә балалар өсөн уйындар, конкурстар үткәрелде, ҙур батут ҡуйылды, унда һәр бала һикереп уйнай алды. Был сараларҙы ойоштороу өсөн бағыусылар финанс средстволары бүлде.

Район имамдары эшмәкәрлектәрен даими камиллаштыра һәм уҡыу үтә. Быйыл дин әһелдәре М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында курс уҡыны. Был курсты бөтә имамдар ҙа тиерлек үтте һәм Малаяҙҙа сертификаттар алды.

Зөһрә ҒӘНИЕВА әҙерләне.