Ошо көндәрҙә республика Башлығы ҡул ҡуйған Указға ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Улар иҫәбендә Яңы Мөслим ауылынан Эльза Исрафилова ла бар. Алты бала әсәһе, балалар тәрбиәләүҙән тыш, эшкә йөрөргә лә өлгөрә, сәскәләр үҫтерергә ярата, хужалыҡтарында мал тоталар.
Эльза Тәлғәт ҡыҙы менән Радик Илдар улы ике ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләй.
– Ғаиләбеҙҙә балалар күп булыуын теләнем. Үҙем дә ҙур ғаиләлә үҫтем – атай-әсәйемдең ете балаһы бар, ә ирем дүрт балалы ғаиләлә үҫкән, – ти ул. – Һәр әсәгә кеүек, ҡайһы саҡта миңә лә ауыр булып китә инде, әммә был ваҡытлыса ғына. Мин бик бәхетле кеше!
Өлкән ҡыҙы Рианна Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡый, волейбол менән мауыға, район ярыштарында ҡатнаша, команда составында призлы урындар яулай. Кесерәктәре Яңы Мөслим мәктәбендә уҡый: ҡыҙы Дарина – 4-се класта, саңғы спорты менән шөғөлләнә; Данияр – 1-се класта, рәсем төшөрөргә ярата. Улдары Ислам менән Вилдан – “Күгәрсен” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. 2024 йылда тыуған кесе улдары Альмир әлегә әсәһе янында өйҙә. Бөтә балалар ҙа әҙәпле, тирә-яҡтағылар менән ипле мөнәсәбәттә, “яҡшы” һәм “бик яҡшы” билдәләренә генә уҡыйҙар.
Ире гражданлыҡ килешеүҙәре буйынса электрик булып эшләй, ә Эльза Тәлғәт ҡыҙы – почтальон. Хәҙерге заман почтальоны ла ҡайыш тағылған “ҡалын” сумка менән йөрөй, әммә унда, совет осоронан айырмалы рәүештә, ваҡытлы матбуғат аҙ урын биләй, ә бер-береһенә хаттар яҙыуҙан кешеләр бөтөнләй туҡтаны. Барыһын да ватсап алмаштыра. Почтальон сумкаһы эсендә – аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы ...
Өйҙә лә хәстәрлек етәрлек – ғаиләне тәмле ашатырға кәрәк. Шулай уҡ Исрафиловтар һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡса, ике теплица һәм яратҡан сәскәләр тураһында ла оноторға ярамай.
– Күп балалы әсәй булыу ҡыйынмы? – тип һорау бирәм геройыма.
– Эргәлә Радик кеүек ышаныслы ир булғанда, ҡыйын түгел. Уның янында ғаиләбеҙҙе яҡлаулы һәм һаҡлаулы итеп тоям. Ул миңә хужалыҡта ярҙам итә. Балаларҙың йәш араһындағы айырма ла ҙур, шуға күрә өлкәндәр иркәләрен ҡарарға ярҙамлаша.
Исрафиловтар шәхси ҙур, матур йортта йәшәй, ярҙамсы хужалыҡтары һәм автомобилдәре бар. Ауылдаштары араһында хөрмәт яулаған ғаилә йәш быуын өсөн өлгө булып тора.
Башҡортостан Республикаһы ишле ғаиләләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Әлеге ваҡытта төбәктә 59 мең самаһы ишле ғаилә иҫәпләнә – Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес. Был Башҡортостандың ғаилә ҡиммәттәрен баһалаған, балалар тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған төбәк икәнлеген күрһәтә.
Эльвира РАМАЗАНОВА.