Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына был көндө никах теркәү тураһында 262 ғариза бирелгән, тип хәбәр итә БР-ҙың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Шуларҙың 99-ы Өфөлә теркәлгән һәм, был – датаның кесаҙнаға тура килеүенә ҡарамаҫтан.
Мәсетле районы буйынса ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, был датаға никах теркәүгә ғаризалар бирелмәгән.
Никах теркәү өсөн ошоға оҡшаш даталарҙы яңы өйләнеүселәр матур һандарҙың тура килеүе уларҙың буласаҡ бәхетле тормошоноң нигеҙе тип ышанып, алдан һайлай. Өҫтәүенә, ундай даталарҙы иҫтә ҡалдырыуы ла еңелерәк. Ләкин психологтар календарҙағы даталарға түгел, ә бер-береңдең хистәренә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә, сөнки үҙ-ара мөхәббәт, бер-береңде аңлау, сабырлыҡ һәм ихтирам бәхетле һәм ныҡлы никахтың ысын гарантияһы булып тора.
Шуға ҡарамаҫтан, республика ЗАГС-тары ғаилә ҡорорға теләгәндәрҙең был көндө лә, шулай уҡ унан һуң килгән шәмбе 22.02.2020 көндө лә күпләп килеренә әҙерләнә.
Шулай уҡ быйыл 20.03.2020, 20.05.2020, 20.06.2020 даталары ла никахлашыу өсөн популяр булыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, 2019 йылда беҙҙең районда 132 никах теркәлгән, 82 ғаилә тарҡалған.