Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова Сәрүәровтарҙы ошондай иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотланы. Ул ғаиләгә һаулыҡ, тыныслыҡ, донъя ҡыуаныстары, именлек теләне һәм район Советы һәм Хакимиәте исеменән бүләк тапшырҙы.