Бөтә яңылыҡтар
Демография
3 Декабрь 2019, 14:05

Районда нисә кеше йәшәй?

Статистика бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда миграция үҫеше күҙәтелә.

Әлеге йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем районға 882 кеше килгән, 751 кеше киткән. Шулай итеп, миграцион үҫеш 131 кеше тәшкил итте.
Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан буйынса халыҡтың миграцион кәмеүе дауам итә. Республика халҡының башҡа төбәктәргә китеүе артҡандан-арта бара һәм улар кире ҡайтмай. Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо йылдың тәүге алты айында республиканан 66 мең 400 кеше башҡа төбәккә киткән. Кемдәрҙер Баш-ҡортостанға даими йәшәү өсөн килгән, ләкин шуның менән дә халыҡтың дөйөм китеүе 1705 кеше тәшкил иткән. Тотош алғанда республика өсөн барыһынан да элек төбәк-ара миграция хас: кешеләр Рәсәй Федерацияһының үҙҙәре өсөн уңайлыраҡ субъекттарына күсеп китә. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр союзына (СНГ-ға) – 2981, алыҫ сит илгә 329 кеше күсеп киткән.
Район халҡының тәбиғи хәрәкәте күрһәткестәрендә лә бер нисә йыл эсендә бөтөн республикалағы кеүек үк кире динамика күҙәтелә. Йыл башынан 169 бала тыуған, 225 кеше үлгән. Шул рәүешле тәбиғи кәмеү 56 кеше тәшкил итте. Үткән йылдың ошо уҡ осоронда – 37 кеше.
2019 йылдың 1 ғинуарына райондың халыҡ һаны 22368 кеше тәшкил итте.