Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
14 Август 2018, 14:22

Район – һандарҙа

Районда 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 22706 кеше йәшәгән. Шул иҫәптән Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһендә 9508 кеше теркәлгән. Халыҡ иҫәбе буйынса икенсе урында Әләгәҙ ауыл советы тора, унда 2586 кеше. Иң аҙ кеше Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһендә йәшәй. Бары 461 кеше.

2017 йылдың 7 айында 159 бала тыуһа, 2018 йылдың ошо уҡ осоронда – 141 бала. Үткән йылдың 7 айында 180 кеше вафат булһа, 2018 йылдың ошо осоронда – 173 кеше.

Айырылышыу һаны өйләнешеүгә ҡарағанда кәмене. 2017 йылдың 7 айында 80 никах теркәлгән, 50 пар айырылышҡан. 2018 йылдың ошо уҡ осоронда 86 ғаилә ҡоролған, айырылышҡан – 37. Әлбиттә, бында ЗАГС аша теркәлмәгән ғаиләләр иҫәпкә алынмаған. Никахты теркәү-теркәмәү – һәр кемдең иркендә. Әммә иҫегеҙҙә тоторға кәрәк: ЗАГС аша төҙөлгән никах ирле-ҡатынлыларҙың хоҡуҡтарын яҡлай. Әлбиттә, был беренсе сиратта баланың хоҡуҡтарында сағыла.

Балаларға килгәндә, быйыл 75 малай тыуған, ҡыҙҙар – 66. Шуларҙың араһында игеҙәк бала тыуыу осраҡтары өсәү.

Быйыл балалары тыуған ғаиләләр араһында районда бер балалы ғаиләләр һаны 40, ике балалы – 45. 6-нан ашыу бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләр һаны 10. Өс балалы ғаиләләр 28, дүрт балалы – 12. Өс ғаилә бишәр бала тәрбиәләй.

Бәпәйләгән әсәләрҙең йәштәре лә төрлө. 76 әсәй –21 йәштән 30-ға тиклем, 45 әсәй – 31 йәштән 40-ҡа тиклем. 41 йәштән дә олораҡтар бар.

Малайҙар араһында популяр исемдәр: Әмир, Артем, Рамаҙан, Альмир. Ҡыҙҙар өсөн ата-әсәләр ошондай исемдәр һайлай: Арина, Дарина, Софья, Аделина. Һирәк һәм ғәҙәти булмаған исемдәр ҙә осрай: Эмир, Эльдар, Хәким, Сергей, Юлиә, Эмилия, Элина, Серафима.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.