Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
28 Сентябрь 2017, 02:00

Миҙалға лайыҡ әсә

Балалар тәрбиәләүҙә уңыштарға ирешкәне һәм әүҙем тормош позицияһы күрһәткәне өсөн Эльвира Фәйзүк ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Йыһаншиндар ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Улар балалары төрлө яҡлап үҫешһен, төрлө түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөһөн өсөн бар тырышлығын һала. Өлкән улдары Азамат Өфө ҡалаһының яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Айвар һәм Эльмир – Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Эльнар һәм Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Яңыраҡ ғаиләлә Эльдар донъяға килә. Күп балалы әсә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн директорҙың рәхмәт хаттарына һәм грамоталарына лайыҡ. Бөгөн Эльвира Фәйзүк ҡыҙы – ғаиләһендә өлгөлө әсәй. Тәбиғәт тарафынан бирелгән аҡыл, киң күңеллелек, ихласлыҡ, яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек уның балаларына иң яҡшы мираҫ буласаҡ. Белешмә: “Әсәлек даны” миҙалы республикала 1998 йылдан алып тапшырыла. Ошо ваҡыт эсендә уға ете меңдән ашыу гүзәл зат лайыҡ булды. Дәүләт наградаһы менән биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләр бүләкләнә. Мәсетле районынан 114 әсә ошо миҙалға эйә булды. Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Эльвира Йыһаншинаға миҙал тапшырҙы.