Бөтә яңылыҡтар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы грамотаға өйрәтеү

Мәктәпкә әҙерләү

Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Башаҡҡай” балалар баҡсаһында Мәсетле районы мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең район методик берекмәһе сиктәрендә тәрбиәселәр өсөн “Йәмғиәттең социаль заказы булараҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы грамотаға өйрәтеү” семинары үтте.

Балалар баҡсаһы педагогтары Н. В. Нищеваның “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы грамотаға өйрәтеү” программаһы менән таныштырҙы. Күргәҙмә дәрестәр үткәрҙеләр һәм программа авторының семинарҙа ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәтен күрһәттеләр, унда Наталья Валентиновна әлеге методиканың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Беҙҙең балалар баҡсаһында был программа өлкән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн ҡулланыла. Әлеге ваҡытта балаларҙы грамотаға өйрәтеү социаль заказ статусын алды. Ата-әсәләр үҫеп килгән балаларын уҡырға өйрәтергә теләй, сөнки мәктәпкә алғанда уҡый белгән балаларға өҫтөнлөк бирелә. Программа тулыһынса мәктәпкәсә йәштәге баланың төп эшмәкәрлек формаһы булараҡ уйынға юҫыҡ тота, мәктәпкә тиклемге балалар-ға тап уйын аңлашыла һәм ҡыҙыҡлы, программа дүрт йәштән алып мәктәпкә сығарылғанға тиклемге балалар менән дәрестәргә иҫәпләнгән. Ул тулыһынса федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандартына тап килә һәм балаларҙы “Телмәр үҫеше” белем биреү өлкәһендә үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Программа беҙҙең балалар баҡсаһында икенсе йыл файҙаланыла, ләкин әлеге программаны индерерҙән алда беҙ үҙ мөмкинселектәребеҙҙе, атап әйткәндә, матди базаны, педагогтарҙың мөмкинлеген һәм әҙерлеген баһалап ҡараныҡ, тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләрен программа менән таныштырҙыҡ, уларҙы беҙҙең тәҡдим ҡыҙыҡһындырҙы һәм тулыһынса беҙҙе хупланылар. Программа менән эшләүсе педагогтарҙың социаль селтәрҙәр аша Наталья Валентиновна менән йәнле аралашыуы яйға һалынған, ул – Санкт-Петербург ҡалаһы социаль педагогика һәм психология институтының логопедия кафедраһы өлкән уҡытыусыһы.

Был программа буйынса эшләп, беҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балаларҙың телмәр анализы һәм синтезы күнекмәләренә эйә булыуында, телмәр һүҙҙәренең өн-ижек төҙөлөшөн үҙләштереүҙә, графомотор һәм ижектәрҙе ҡушыу күнекмәләренең үҫешендә ярайһы ғына һөҙөмтәләргә ирешә алдыҡ.

Программа менән педагогтар: өлкән, әҙерлек төркөмөндә – Рита Кучерова, Дилә Хәлимова, урта төркөмдә – Алина Рамазанова эшләй. Әлеге этапта мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының филиалдарында программаны индереү буйынса эш алып барабыҙ.

Наталья ЧИСТЯКОВА,

“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы мөдире.