

Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов, “Аиша” хәйриә фонды етәксеһе Ольга Зәбихуллина, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова сәләмләне. Ул телде өйрәнеү буйынса яңы төркөмдөң эш принциптары һәм маҡсаттары тураһында һөйләне. Һуңынан балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Камилла Төхвәтуллина, Лариса Саттарова, Гөлнара Абдулхаҡова, Анфиса Камалетдинова, Рита Сәғҙиева һәм музыка етәксеһе Рита Кучерова етәкселегендә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре “Ҡарға бут-ҡаһы” фольклор байрамын күрһәтте.
Элегерәк яҙҙы ҡара ҡарғалар ҡанаттарында килтерә тип һаналған, шуға күрә был байрам ҡоштар ҡайтыу хөрмәтенә ҡар ирей башлағас, тәүге йырғанаҡтар барлыҡҡа килгәс ойошторолған. Боронғо йола сәсеү эштәре башланыр алдынан үткәрелгән, халыҡ яҡшы һәм мул уңыш алыу өсөн ҡоштарҙы һыйлаған. Байрамда төрлө уйындар ойошторолған, йырҙар башҡарылған, бейегәндәр. Олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен, етеҙлеген һәм көсөн күрһәткән, әйлән-бәйлән уйнағандар, ә йырҙар һәм таҡмаҡтар халыҡ уйын ҡоралдары көйҙәренә башҡарылған. Уйын һәм күңел асыуҙарҙан һуң бөтәһе лә табын янына саҡырылған, бутҡа таратылған. Иң тәүҙә бутҡа, тыныслыҡ һәм мул уңыш теләп, мотлаҡ ергә бирелгән. Икенсе өлөшө – һыуға, һыу ерҙәге тереклекте һаҡлаһын өсөн. Өсөнсөһө – һауаға, ҡояшлы көндәр күп булһын һәм ваҡытында ямғыр яуһын өсөн, ә дүртенсеһе – ҡара ҡарға- ларға, яҙ килтергәндәре өсөн рәхмәт белдереп. Шунан һуң бутҡа йыйылыусыларҙың барыһына ла таратыла.
Әнис Әсәҙуллин башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләне һәм балалар баҡсаһына тирмә бүләк итте. Зәлифә Ғәлиуллина коллективҡа рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. Әхмәтнур Хафизов балаларҙы умарталығынан бал менән һыйланы, “Аиша” хәйриә йорто ла сабыйҙарҙы бүләктәр менән ҡыуандырҙы.
Проекттың күсмә кубогын тапшырыу сараның иң мөһим өлөшө булды. Башҡорт телен үҫтереү буйынса эстафетаны “Светлячок” балалар баҡсаһы ҡабул итте.
Луиза ЗАКИРОВА.